Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йырлап туҡмас киҫә һылыуҙар...

“Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!” Был лозунг бөгөн яңынан көн ҡаҙағында. Илебеҙ халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә иғтибарын да, ярҙамын да йәлләмәй. Кемдер аҙыҡ-түлек, препараттар туплай, кемдер ойоҡбаш бәйләй, кемдер кейем тегә, селтәр үрә... Балаҡатай районында ла был йәһәттән әүҙем эш дауам итә, тип яҙа ”Новый Белокатай” гәзите. Мәҫәлән, Түбәнге Исҡуш ауылы мәҙәниәт йортоноң “Рябинушки” ансамбле коллективы ағзалары махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙәр һорауы буйынса туҡмас ҡырҡып әҙерләгән. Афарин, ҡатын-ҡыҙҙар! Ил өсөн иң ауыр, ҡатмарлы мәлдә ярҙамдары менән еңеүҙе яҡынайтыусы һәр кемгә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Бөгөн һалҡын окоптарҙа дошман уты аҫтында ятҡан һалдаттарға ышаныслы тылдың ярҙамға һәр саҡ әҙер тороуы, иғтибары бик мөһим. Фото: https://vk.com/gazetanovobelokatai