Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Вуз-ара кампуста Өфөлә иң ҙур интерактив экран ҡуйыла

Беренсе сират кампус буйлап обход яһағанда комиссия күп биналарҙың әҙер булыуын билдәләне.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров профиль ведомство, уҡыу йорттары етәкселәре, проектлаусылар һәм подряд ойошмалары вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе һәм төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Кәңәшмәлә финанс, тәүге сират төҙөлөшөнөң тамамлау графигы мәсьәләләре тикшерелде. Беренсе сират кампус буйлап обход яһағанда комиссия күп биналарҙың әҙер булыуын билдәләне. Әле Вуз-ара кампуста Өфөлә иң ҙур булған экран урынлаштырыла: уның оҙонлоғо - 14 метр, бейеклеге - 5 метр. Унда республикала фән һәм белем биреү, кампус тормошо, студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың ҡаҙаныштары тураһында роликтар күрһәтеләсәк. Экран янындағы навигация панеленә баҫһаң, әлеге ваҡытта ниндәй саралар барғанлығы, теге йәки был зонаға нисек үтергә кәрәклеге тураһында һәм башҡа белешмәләр алырға мөмкин. Бәләкәй размерлы интерактив панелдәр икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙа ла урынлашасаҡ. Тикшереү мәлендә Премьер-министр барлыҡ эштәрҙе ваҡытында тамамларға кәрәклекте тағы бер тапҡыр иҫкәртте, шулай уҡ ҡайһы бер майҙансыҡтарҙа һәм ял зонаһында интерьер дизайны буйынса күрһәтмәләр бирҙе. Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/22530/