Санкт-Петербургта йәшәүсе яҡташыбыҙ Әминә Ишморатова әлеге мәлдә икенсе сабыйҙарын ҡарап өйҙә ултыра. Улы йоҡлаған арала яратҡан тормош иптәше эштән, ә һөйөклө ҡыҙы балалар баҡсаһынан ҡайтыуға төрләндереп бешеренеп ҡуйырға ярата. “Интернеттан төрлө рецепттарҙы ҡулланып ҡарайым. Ҡайһыһылыр күңелгә ятышлы булып, уны бешереү ғәҙәткә инеп китә. Беҙҙең ғаилә ағзаларының барыһына ла түбәндәгесә бешерелгән булочка (дәрсенле синнабон) оҡшай”, ти ул һәм рецебын беҙгә лә яҙып ебәрҙе. Ярты литр йылы һөткә бер балғалаҡ әсетке (дрожжи), сынаяҡтың 1\3 өлөшө көнбағыш майы, 70 грамм быуҙа иретелгән аҡ май, биш ҡалаҡ шәкәр, бысаҡ осонда ванилин, ярты балғалаҡ тоҙ, биш сынаяҡ он һалып, йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Бер аҙ һалып ҡуйып ҡабартҡас, икегә бүләбеҙ ҙә йәйеп өҫтөнә шыйыҡ май һөртәбеҙ, шәкәр ҡомо, дәрсен һибеп, төрәбеҙ. Шунан ҡырҡҡылап һауытҡа теҙәбеҙ. Тағы ҡабартып алабыҙ. Уны 30 -35 минут бешерәбеҙ. Өҫтөнә һөртөргә крем әҙерләйбеҙ: 150 грамм йомшаҡ (сливочный) сырға берәр ҡалаҡ һөт һәм шәкәр ҡушып миксерҙа туҡыйбыҙ. Был массаны булочкаларҙы мейестән алғас ҡына һөртәбеҙ. Әминә Ишморатова фотолары.