2023 йылдың 1 декабренән 2024 йылдың 10 ғинуарына тиклем Башҡортостан уҡыусылары өсөн Ғаилә йылына арналған республика балалар һүрәттәре конкурсы уҙғарыла. Балаларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләттәрен асыҡлау, ғаилә традицияларына ҡыҙыҡһыныу һәм эстетик тойғоларҙы үҫтереү, балаларҙың художество ижадына булышлыҡ итеү, ғаилә ижадын үҫтереү бәйгенең төп маҡсаттары булып тора. Конкурс өс йәш категорияһы буйынса үткәрелә: 1-4-се кластар; 5-8 кластар; 9-11 кластар. Конкурсҡа ирекле техникала башҡарылған һәм бер авторҙан бер генә эш ҡабул ителә. Эште фотоға төшөрөп, электрон почтаға - rmc_monitoring_rb@mail.ru ебәрергә кәрәк. Еңеүселәрҙең эштәре 2024 йылдың 20 ғинуарында Өфө ҡалаһында күп функциялы «Артерия» үҙәгендәге күргәҙмәгә ҡуйыласаҡ. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 292-16-85. Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Фото: as-kvas.com
Мәктәп уҡыусыларын конкурста ҡатнашырға саҡыралар
17 декабря 202317 дек 2023
~1 мин