Найти тему
Башҡортостан гәзите

Еңеүселәр араһында Башҡортостан тәрбиәсеһе лә бар!

Санкт-Петербург ҡалаһында «Рәсәй тәрбиәселәре» Бөтә Рәсәй конкурсының федераль этабына йомғаҡ яһалды. Конкурста илебеҙҙең бөтә төбәктәренән 4500-ҙән ашыу тәрбиәсе, педагогик хеҙмәткәр һәм мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәре ҡатнашты. Башҡортостандан төбәк этабында 2023 йылдың 20-27 октябрендә уҙған биш еңеүсе сығыш яһаны. Быйыл жюриға иң яҡшыларҙы билдәләү еңелдән булманы, сөнки ҡатнашыусыларҙың эш оҫталығы йылдан-йыл арта. Федераль эксперт советы ҡарары менән еңеүселәрҙең береһе булып Башҡортостан Республикаһы Өфө районының Михайловка ауылы «Ромашка» балалар баҡсаһы муниципаль бюджет учреждениеһының музыкаль етәксеһе Светлана Ивановна Зорина танылды. Ул «Белем биреү ойошмаһының иң яҡшы профессионалы» номинацияһында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһы «Рәсәй тәрбиәселәре: Нева буйындағы балалыҡ авангардында» Бөтә Рәсәй форумын асты, ул бөтә илгә онлайн алымда күрһәтелде. Белешмә өсөн: 2020 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы «Рәсәй тәрбиәселәре» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабын үткәрә. Өс йыл эсендә конкурста Башҡортостандағы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларынан 300-ҙән ашыу педагог ҡатнашҡан. Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы.