Бөгөн, 15 декабрҙә, “Торатау” конгресс-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте. Унда республиканың ҡала-райондары, ил төбәктәре башҡорт ҡоролтайҙары, Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, төрлө ведомстволар, ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Сара иртәнсәк Салауат Юлаев һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды, унда ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Унан “Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты фәндә һәм мәғарифта” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл” булды, унда Мәскәүҙән лингвист, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының урал-алтай телдәре бүлеге ғилми хеҙмәткәре Юлиә Норманская ҡатнашты. “Күсмә донъя. Башҡорттар” темаһына икенсе “түңәрәк өҫтәл”дә Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының төп ғилми хеҙмәткәре, археолог, тарих фәндәре докторы Игорь Кызласов булды. Әйткәндәй, бөгөнгө сарала археология өлкәһендәге, Башҡортостандың тарихи мираҫын һаҡлауҙағы ҡаҙаныштары өсөн Игорь Кызласовҡа Нияз Мәжитов исемендәге йәмәғәт премияһы бирелде. Награданы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе, тарих фәндәре кандидаты, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов һәм “Евразия күсмә цивилизациялар музейы” ойошмаһы директоры Николай Григорьев тапшырҙы. Сараның тантаналы өлөшөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев асып, сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаны. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеген юғары баһаланы:– Милли ойошма башланғысы менән үткәрелә башлаған Башҡорт теле көнө күркәм йолаға әүерелде, йылдан-йыл уның даирәһе киңәйә, әһәмиәте лә арта бара. Йыл һайын айырым йүнәлешкә иғтибар бирелеүе лә уңышлы. Мәҫәлән, быйыл фән һәм мәғрифәт темаһына баҫым яһалһа, быға тиклем Башҡорт теле, Башҡорт тарихы йылдары уҙҙы.2019 йылда V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролайы үтте, ойошманың структураһына бихисап үҙгәрештәр индерелде. Ошонан сығып, бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һуңғы дүрт-биш йылдағы эшмәкәрлегенә ыңғай йомғаҡ яһарға мөмкин, сөнки һөҙөмтәле башланғыстар, халыҡ үҫеше өсөн башҡарған аныҡ эштәр бар. Уларҙың төп асылы – халыҡты алға әйҙәү, үҫтереү. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошондай башланғыстарҙы гел күтәреп ала, хуплай. Мәҫәлән, милли телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән гранттар булдырылды, фекерле, маҡсатлы йәш ижадсылар өсөн был ҙур этәргес. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән үткәрелә килгән “Халиҡов уҡыуҙары”, “Тасимов уҡыуҙары”, фәнгә бағышланған саралар ҙа оло рухи әһәмиәткә эйә. Ойошманың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ярҙам акцияларын тәүгеләрҙән булып башлап ебәреүе, госпиталдәрҙәге егеттәребеҙгә даими булышлыҡ күрһәтеүе лә күптәргә өлгө һәм этәргес булып тора, – тип билдәләне Урал Таһир улы. Сарала мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендә Сосланбәк Тавасиев исемендәге йәмәғәт наградаһы еңеүселәре бүләкләнде. Был премияны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы быйыл Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында булдырҙы. Ул фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен дәртләндереү, башҡа милләттәр вәкилдәре тарафынан республикабыҙҙың, башҡорт халҡының милли ғилми, мәҙәни мираҫын һаҡлауға, нығытыуға, үҫтереүгә индерелгән әһәмиәтле өлөшөн баһалау маҡсатын күҙ уңында тота. Бурыстары – милләт-ара теләктәшлекте нығытыу, Рәсәйҙә, донъяла башҡорт халҡының имиджын үҫтереү, иң яҡшы социаль тәжрибәләргә булышлыҡ итеү, уларҙы таратыу, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү. Йәмәғәт наградаһы дүрт номинация буйынса бирелә: 1) Автор. Төрлө жанрҙағы сәнғәт һәм әҙәби әҫәрҙәр, фәнни эҙләнеү эштәре, уҡыу программалары өсөн; 2) Мәғрифәтсе. Фәндәге, мәҙәниәттәге ҡаҙаныштар, мәҙәни, тарихи, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе популярлаштырған өсөн; 3) Остаз. Белем биреү эшмәкәрлегенә ҙур өлөш индергән һәм ижади, ғилми йәки кадрҙар резервы формалаштырған өсөн; 4) Ойоштороусы. Ижтимағи әһәмиәтле саралар һәм мәҙәниәт, гуманитар фәндәр, мәғариф проекттары булдырған, ойошторған, тормошҡа ашырған өсөн. Тәүге йәмәғәт наградаһы ун еңеүсегә бирелде: Александр Владимирович Галибин, театр һәм кино режиссеры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы; Светлана Рөстәм ҡыҙы Чураева, яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре; Игорь Леонидович Кызласов, археолог, тарих фәндәре докторы, Хакасия Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре; Светлана Николаевна Шитова, этнограф, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре; Михаил Сергеевич Воронов-Кушаковский, рәссам; Инга Михайловна Гвоздикова, тарихсы, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре; Юлия Викторовна Норманская, лингвист, филология фәндәре докторы; Леонид Борисович Филинов, кинопродюсер; Гөлназ Камил ҡыҙы Серова, Петровское ҡалаһындағы генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп директоры; Вячеслав Иванович Виданов, рәссам-ҡуйыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова был награданың юғары әһәмиәтен билдәләне. – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән булдырылған Сосланбәк Тавасиев исемендәге мәҙәниәт, гуманитар фәндәр һәм мәғариф өлкәһендәге йәмәғәт наградаһы Башҡортостандың, башҡорт халҡының милли ғилми һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға, нығытыуға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәргә тапшырыла, билдәле фән, мәғариф эшмәкәрҙәренең, ижадсыларҙың хеҙмәтен йәмәғәтсеклеккә тағы берҙе танытыу булып тора. Беҙ уларҙың һәр ҡайһыһына башҡорт халҡы исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ, артабан да ижади ҡаҙаныштар теләйбеҙ. Һис шикһеҙ, рухы һынмаҫ Салауатыбыҙҙы, батырҙың халыҡ күңелендә йәшәгән мөһабәт образын фәҡәт рухи көс-ҡеүәткә, ныҡышмалылыҡҡа эйә булған оло йөрәкле, илһөйәр кеше генә һынландыра алыр ине. Сосланбәк Тавасиев – тап шундай шәхестәрҙән. Йәмәғәт наградаһы республикабыҙҙың рухи-мәҙәни, ижтимағи тормошонда сағыу күренешкә әүерелер, артабан да башҡорт халҡы мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт иткән, ҡабатланмаҫ ижад өлгөләре тыуҙырған, фәнни асыштар яһаған шәхестәрҙе билдәләү йәһәтенән әһәмиәтле сара булыр тип ышанабыҙ, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Фән һәм мәғрифәт йылына йомғаҡ яһау тантанаһында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү үҙәге грантҡа конкурс еңеүселәрен бүләкләне, уларҙың проекттарын күрһәтте. Йәштәр медиаһы, мәғлүмәт технологиялары, мәғариф, мәҙәниәт, фән өлкәһендә башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән ун эш 200-әр мең һум грант ярҙамы алды. Шулай уҡ йыл дауамында Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә республикала “Башҡорт телендә квиз-уйын” проекты тормошҡа ашырыла. Төрлө темаға арналған уйындарҙа йәштәр ҙә, өлкән быуын вәкилдәре лә әүҙем ҡатнаша. Әлеге йылды йомғаҡлау сараһында республиканың район-ҡала башҡорт ҡоролтайҙары етәкселәре, вәкилдәре өсөн “Башҡорт теле” темаһына квиз-уйын презентацияланды. Ошо өлгөлә муниципалитеттар башлыҡтарына киләһе йылда үҙҙәрендә “Башҡорт теле кисәһе” уҙғарырға тәҡдим ителде. Сарала шулай уҡ Фән һәм мәғрифәт йылы һөҙөмтәләре буйынса район-ҡала округтары хакимиәттәре, башҡорт ҡоролтайҙары, Рәсәй субъекттарындағы башҡорт йәмәғәт ойошмалары араһында еңеүселәр; башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү буйынса грант ярҙамына конкурс еңеүселәре; дөйөм белем биреү ойошмалары араһында “Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинет” республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. Шулай уҡ Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы “Урал һәм Себер башҡорттары” проектын презентацияланы, ул тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Уҡытыусы һәм остаз, Бәләкәй Ватан өсөн файҙалы эштәр йылдары уңайынан Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты “Остаз” республика конкурсы ойошторолғайны. Әлеге сарала уның еңеүселәре билдәләнде. Беренсе урынға – 2-се “Смарт” республика полилингваль күп профилле гимназияһы, икенсегә – Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт кадет корпусы, өсөнсө урынға Хәйбулла районы командаһы лайыҡ булды. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.