Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Кулинар" ялға ҡайтҡан!

Махсус хәрби операция башланыу менән Башҡортостан егеттәре бөтә ил халҡы менән бергә Тыуған ил һағына баҫты. Шул иҫәптән Хәйбулла яугирҙәре лә алғы һыҙыҡта үҙҙәренең хәрби бурысын үтәй. Ватан ал­дындағы изге бурысын намыҫлы үтәүсе “Кулинар” позывнойлы яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Форсаттан файҙаланып, уның менән осраштыҡ. Урыҫбай ауылы егете 2007-2009 йылдарҙа армияла эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Әрменән һуң, Өфө ҡалаһында экспедитор була, Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. 2022 йылдың октябрендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә махсус хәрби операция зонаһына юллана. - Махсус хәрби операция башланғас, үҙ иркем менән барырға уйлап йөрөй инем. Әммә мобилизация башланды һәм повестка бирҙеләр. Әле Донецк Халыҡ Республикаһында артеллирист булып хеҙмәт итәм. Икенсе тапҡыр отпускыға ҡайттым. Юҡҡа ғына позывнойым “Кулинар” түгел, махсус хәрби операция зонаһында ашнаҡсы булып, 200-ләп кешегә тамаҡ бешерҙем. Әлеге мәлдә беҙҙе айырым урындарға тараттылар һәм һәммәһенең үҙ ашнаҡсыһы бар. Райондан даими гуманитар ярҙам ебәреп торалар. Беҙҙе, яугирҙәрҙе ҡайғыртып тороусы район етәкселегенә, халыҡҡа рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ ауылдаштарыма, ауыл биләмәһе етәкселәренә рәхмәт. Өйөмдөң йәмен ебәрмәй, ҡарап торалар. Аҡлап буяп ҡуйғандар, урам ҡоймаһын яңыртҡандар, хөрмәтләп ҡаршы алып, оҙатып ҡуялар. Был юлы ла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов беҙҙе, ялға ҡайтҡан хәрбиҙәрҙе, осрашыуға саҡырҙы. “Нива” автомобиле, яңы йыл күстәнәсе бирҙеләр. Яугирҙәргә күрһәткән иғтибарҙары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Республиканан барлыҡ милләттәштәребеҙ менән дуҫбыҙ һәм берҙәмбеҙ. Халҡыбыҙ һәм илебеҙ киләсәге өсөн тыуған илде һаҡлауҙы үҙ бурысым, тип иҫәпләйем. Башҡорт булғаным өсөн ғорурланам. Беҙҙең халҡыбыҙ элек-электән көслө рухлы булған һәм илен, ерен яҡлап яуға күтәрелгән. Киләсәк быуын өсөн тыуған илебеҙҙе һаҡларға кәрәк. Илһөйәрлек тойғоһо һәр кемебеҙҙә булырға тейештер, тип уйлайым. Махсус хәрби операция тиҙерәк тамамланып, тыуған яҡтарға еңеү менән ҡайтырға яҙһын барыбыҙға ла. Яҡташтарымды етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлайым, - тине “Кулинар” позывнойлы яугир. Хәрбиҙең кәйефе шәп, еңеү менән ҡайтырға ышанысы көслө булыуы һоҡландырҙы. Ул тиҙҙән тағы ла махсус хәрби операция биләмәһенә юл ала. Яҡташыбыҙға һәм барлыҡ яугирҙәргә именлек-һаулыҡ һәм еңеүҙәр менән тиҙерәк тыуған төйәктәренә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ. Текст авторы: Рәзилә Байғусҡарова. Фото: "Хәйбулла хәбәрҙәре".