Башҡортостан Республикаһында ҙур сауҙа үҙәктәрендә һалым хеҙмәтенең күсмә мобиль офистары ҡабул итә башланы, ул “Яңы йылға һалым буйынса бурыстарһыҙ!” акцияһы сиктәрендә 27 декабргә тиклем дауам итә. Акция мәлендә һалым органы хеҙмәткәрҙәре сауҙа үҙәктәренә килеүселәргә һалым буйынса бурыстары булыу-булмауҙы асыҡлауҙа ярҙам итә, уны түләү өсөн квитанция бирә. Бынан тыш, теләгәндәр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” интернет-сервисына инеү мөмкинлегенә эйә, уның ярҙамында һалым, түләүҙәр, бурыс тураһында мәғлүмәт ала, НДФЛ иҫәпләүҙәре өсөн һалым декларацияһын тултырып ебәрә ала. Үҙең менән шәхесте раҫлаусы документ булырға тейеш. Республикалағы ҙур сауҙа үҙәктәрендә һалым хеҙмәтенең мобиль офистарына мөрәжәғәт итегеҙ һәм яңы йылды һалым буйынса бурыстарһыҙ ҡаршы алығыҙ. Фото һәм мәғлүмәт: https://www.nalog.gov.ru/rn02/news/activities_fts/14139734/