Найти тему
Башҡортостан гәзите

59 йәшлек ир янып үлгән

Шәмбегә ҡарай төндә Өфө янындағы Подымалово ҡасабаһында ике фатирлы йорт янып киткән. Унда 55 йәшлек ир йәшәгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, янғын төҙөк булмаған телевизорҙан сыҡҡан. Ут бик тиҙ арала бүлмәне ялмап алған. Ағыулы төтөн бар өйгә таралған. Ир яныусы токсик продукттан ныҡ ағыуланған. Әле ул дауаханала. Ҡалтасы районында ла ҡот осҡос янғын кеше ғүмерен өҙгән. Ваныш ауылында өйөндә 59 йәшлек ир янып үлгән. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында хәбәр итәләр.“8-гә 9 метрлы ағас йортто ут тулыһынса ялмап алғайны. Янғын тиҙ арала һүндерелде. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса янғын яңғыҙ йәшәгән ирҙең тәмәке көлөнән башланған. Бөгөн унда махсус хеҙмәттәр эшләй һәм аныҡ сәбәптәрен асыҡлай”, тип һөйләне ҡотҡарыусылар. Барығыҙҙы ла ут менән һаҡ эш итергә, ятҡан урында тәмәке тартмаҫҡа, яғылған мейесте ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, төҙөк булмаған электр приборҙарын ҡулланмаҫҡа, бер һүҙ менән әйткәндә - хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяу булырға саҡырабыҙ. Фото: “Башинформ” агентлығы.