Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алданған өлөшсөләр аҡсаларын ала башланы

— Түләүҙәр башланғандан алып беренсе көндә генә 23 өлөшсө компенсация алыуға өлгәште. Торлаҡ комплексының бөтәһе 254 өлөшсөһе түләүҙәр аласаҡ. Федераль механизмдар һәм республиканың берлектәге финанслауы арҡаһында граждандарҙың хоҡуҡтары тергеҙелә. Компенсацияның дөйөм суммаһы 700 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк, — тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Артем Ковшов. Уртаҡ төҙөлөштә зыян күргән ҡатнашыусыларға компенсацияны "Биләмәләрҙе үҫтереү фонды" асыҡ юридик компанияһы түләй. Өлөшсөләр түбәндәге һылтанма аша үтеп, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба ала: https://214.frt.rf/lk/ фото: "Биләмәләрҙе үҫтереү фонды"нан алынды.