Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Доға өмөт иткән...

Мәрхүм яҡындарыбыҙҙы иҫкә төшөрөп, уларҙың рухына Ҡөрьән аштары уҡытыу йәмғиәтебеҙҙә изге йола булып йәшәп килә. Ошо рәүешле үҙебеҙҙең күңелебеҙгә лә еңеллек алабыҙ. Ошоға бәйле бер танышымдың үҙе менән булған бер ваҡиғаны һөйләгәне уйға һалды. -Мәрхүм туғандар иҫтәлегенә тип йыл һайын Ҡөрьән ашы үткәрәбеҙ. Алдан уҡ уларҙың исемлеген яҙып, һәр бәреһен хәтергә алабыҙ, доға уҡыйбыҙ, хәйер таратабыҙ. Был юлы ла шулай эшләнек. Барыһы ла риза булып таралышты, үҙебеҙҙең дә күңел булып ҡалды. Ләкин шул төндә төшөмә атайымдың күптән мәрхүм булған апаһы төшкә керҙе. Бер нәмә лә өндәшмәй, моңһоу ғына итеп ҡарап торҙо ул. Уянғас та, ҡапыл исемлек иҫкә төштө һәм уны алып ҡараным. Ни сәбәптәндер ошо апайым яҙылмай онотолоп ҡалғайны. Үҙен хәтергә алмағанға ла шулай моңайып төшкә килеп ингәндер тип уйланым. Шул аҙнаның йомаһында мәсеткә барып айырым уның рухына доға уҡытып, хәйер биреп сыҡтым. Шунан һуң үҙемә лә тыныс булып ҡалды. Үлгәндәрҙең доға өмөт итеүенә шунан һуң ныҡлы ышандым, - тип һөйләне танышым. Автор фотоһы.