Т. ғаиләһе – хәрби династия. Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар илдең генә түгел, хатта донъяның төрлө мөйөшөндә хәрби бурысын үтәй, ике улы ла шуға алыҫ ерҙәрҙә тыуа. Рәсәй ғәскәрҙәре сит илдән сығарыла башлағас, ғаилә атай кешенең тыуған төйәге – Стәрлетамаҡҡа ҡайтып төпләнәләр. Бында иһә үҫеп килгән малайҙар атаһының һөнәренә ғашиҡ булып, үҙҙәре лә хәрби кеше булырға хыяллана һәм була ла. Аталары иҫләүенсә, Олег, мәҫәлән, бала сағынан һалдат булып килештерә, “һуғыш” уйнай, үҙен физик һәм аҡыл буйынса ҡаты шарттарға әҙерләй. Ғаилә башлығының ауыр хәрби юлы ла, хәрби шарттар ҙа уны ҡурҡытмай, аптыратмай. Десантсы булырға хыяллана ул. Атай кеше ҡаршы ла төшмәй, көсләп погон да таҡтырмай. Шулай итеп, хәрби уҡыу йорто тамамлап, Олег хәрби кеше булып китә. Төрлө хәрби частарҙа тәжрибә туплай, өйрәнә, өйрәтә, төрлө хәрби белем усаҡтарында камиллаша, инде тотош бригада командиры урынбаҫары, подполковник була. ...Эйе, хыялы тормошҡа аша десантсының, “һуғыш” уйыны ла ысынға әүерелә... Махсус хәрби опе