Найти тему
Башҡортостан гәзите

Телде үҫтереү буйынса ҙур эштәр башҡарыла

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма 2019 йылдан ҙур эш алып бара. Һуңғы биш йылда ул ҡала, республика ғына түгел, ә Бөтә Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлдә лә саралар ойоштора. Башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. 2023 йылда бөтә донъя буйынса башҡорт теленән 340333 кеше диктант яҙған. Уҙған йылда ойошма ҙур фестивалдәрҙә даими ҡатнашыусы булараҡ билдәләнде. Мәҫәлән, “Китап байрамы”, “Әйҙә, уйнарға!” Туған телде өйрәнеү хәҙер һанлаштырылған да. https://bashkortsoft.ru/ , https://app.bashkorttele.ru/ , https://ramigaripov.ru/ интернет сайттары - быға асыҡ миҫал. Йәштәрҙе туған телде, башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын, республика тарихын, геройҙар тормошон, эпостарҙы өйрәнеүгә ылыҡтырыу өсөн башҡорт телендә Квиз-уйындар үткәрелә. “Эшлекле башҡорт теле” тигән уҡыу пособиеһы ла телде өйрәнергә теләүселәр өсөн. “Блог-тур” проекты эске туризмды үҫтереүгә йүнәлгән, унда шулай уҡ Башҡортостандың гүзәл урындары менән дә танышырға мөмкин. 2017 йылдан йәштәр өсөн “Аҫылташ” форумы үткәрелә. Уның маҡсаты – республика тарихын, мәҙәниәтен, телен популярлаштырыу. 2023 йылдың сентябренән һәр теләгән кеше туған телде үҙгәртеүгә үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеге алды. Улар үҙ проекттарын комиссияға ебәрҙе. Бөтә эштәрҙән эксперт комиссияһы 11 проектты һайлап алды (улар бөтәһе 87 булған). Еңеүселәрҙе ҡотлау 15 декабрҙә үткәрелгән. Фото: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды.