“Башҡортостандың һәр районы үҙенең уникаль аҙыҡ-түлеге менән билдәле. Был бал, икмәк изделиелары, он, һөт аҙыҡтары, ярымфабрикаттар, колбаса, деликатестар, пастила, шоколад, сәй, ҡош-ҡорт, май һәм башҡалар. Иң сифатлы тауарҙарға ”Башҡортостан продукты” билдәһе ҡуйыла. 2024 йылға проектта ҡатнашыусылар һанын 800 компанияға тиклем күтәрергә уйлайбыҙ. “Башҡортостан продукты” билдәһе аҙыҡтың төбәктәге тәбиғи сеймалдан республикала әҙерләнгәнен һәм барлыҡ сифат һәм хәүефһеҙлек нормаларына тап килгәнлеген гарантиялай. 2017 йылдан был билдә менән аҙыҡ булмаған тауарҙар ҙа маркировкалана. Проект республикала 2013 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның төп маҡсаты – урындағы етештереүселәрҙе киң билдәле итеү генә түгел, ә Рәсәй баҙарында уларҙың позицияһын нығытыу. Проект эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе – республика етештереүселәренең тауарҙары Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә билдәле. Проектта ҡатнашҡан 200-ләгән кеше үҙ тауарын Рәсәй Федерацияһы субъекттарына сығара, 30 дипломант экспортер булып тора. “Башҡортостан продукты” билдәһе менән 28 меңдән ашыу продукция атамаһы маркировкаланған”, тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров.
"Башҡортостан продукты” билдәһе менән 28 меңдән ашыу продукция маркировкаланған
16 декабря 202316 дек 2023
~1 мин