- 2023 йылда Башҡортостанда ауыл ипотекаһы күләме 3,047 миллиард һум тәшкил итте, 945 кеше йортло булды. Өс йыл рәттән республика был күрһәткес буйынса илдә алдынғылыҡты биләй. Был - ауыл биләмәләре үҫешен күрһәтеүсе яҡшы фактор. Кадрҙар мәсьәләһе киҫкенләшә бара, шуға йәштәрҙе ауылға ылыҡтырыу мөһим, — тине Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Ауыл ипотекаһының төп операторы «Россельхозбанк» мәғлүмәттәре буйынса, уның Башҡорт филиалы 2023 йылда дөйөм суммаһы 3 миллиард һумға 928 ташламалы ипотека кредиты биргән (тағы ла 47 миллион һумды Сбербанк биргән). Филиалдың матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, лимиттың 3 миллион һумдан 6 миллион һумға тиклем артыуы ауыл ипотекаһын ихтыяжды тағы ла нығыраҡ арттырҙы, сөнки ул кредит алыусыларға уңайлылыҡ күләме һәм кимәле буйынса ҡала яны торлаҡтары талаптарына яуап биргән күсемһеҙ милек һатып алырға мөмкинлек бирә. 2020 йылдың яҙынан ауыл ипотекаһы ярҙамында рәсәйҙәр 51 мең самаһы йорт һатып алғ