Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфө вуз-ара кампусында тәүге килешеүгә ҡул ҡуйыла

18 декабрҙә Вуз-ара Өфө кампусында “Милли технологик инициатива платформаһы” Фәндәр академияһы (Мәскәү) менән Өфө дәүләт нефть техник университеты араһында кампус биләмәһендә “Ҡайнау нөктәһе - Өфө” коллектив хеҙмәте киңлеге эшмәкәрлеген ойоштороу һәм үҫтереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыла. - ”Ҡайнау нөктәһе” – киләсәк проекттары өҫтөндә бергәләп эшләү киңлеге ул. Бында студенттар һәм уҡытыусылар бизнесмендар, дәүләт компаниялары, власть органдары вәкилдәре менән үҙ-ара эш итә, проект командаһы йыя, үҙ проекттарын тормошҡа ашыра һәм ошоноң менән төбәкте үҫтереүгә йоғонто яһай ала, - тип һөйләне ООО “Кампус” директоры Сергей Гладких. “Ҡайнау нөктәе”н асыу инициативаһы менән ӨДНТУ сығыш яһаған. Ул Вуз-ара кампустың икенсе ҡатында (Зәки Вәлиди урамы, 32\2) урынлаша һәм бер нисә залдан тора. Был сара сиктәрендә “Ҡайнау нөктәһе”н журналистарға барып күреү мөмкинлеге бар. Теркәлеү ошо һылтанма аша: https://leader-id.ru/events/476349 Мәғлүмәт һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/22554/