15 декабрҙә “Башҡортостан” гәзитенең дәүләт һәм сәйәсәт бүлеге мөдире Рәмилә Мусина Саҡмағош районына командировкаға барған саҡта “Иң яҡшы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы” конкурсында икенсе урын алған Саҡмағош районының Үрнәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рәсимә Дамир ҡыҙы Зәйнетдинованы ҡотланы. Сара Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан "Башҡортостан" гәзитенең социаль төркөмөндә ойошторолғайны. Тәбрикләү сараһында Саҡмағош район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Ямалиев ҡатнашты. – Рәсимә Дамир ҡыҙы бик әүҙем етәксе. Үрнәк - ауылдар һәм кеше һаны буйынса ла беҙҙең районда иң ҙур биләмәләрҙең береһе. Хәл итәһе мәсьәләләре лә элек-электән байтаҡ ине. Халыҡ юл һорауын күтәрә, бөгөн ул да яйлап төҙөлөп килә. Клубта ремонт эшләнде, мәсет ҡоймалары яңыртылды, парк бик матур итеп төҙөкләндерелде. “Һәр кем файҙалана алырлыҡ спорт” проектын тормошҡа ашырыуҙа яҡташыбыҙ Фәрит Хөрмәтулла улы Ғиндуллин да ярҙам күрһәтте. Көҙ Аблайҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Ысы