Найти тему
Башҡортостан гәзите

Экологтар тәбиғәт һағында

2023 йылдың декабренә алынған мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәмғеһе 2705 контроль-күҙәтеү саралары үткәргән. Шул иҫәптән дәүләт экологик күҙәтеүе йүнәлешендә — 1767, геологик күҙәтеү өлкәһендә — 912 һәм республика әһәмиәтендәге айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләрендә 26 тикшереү сараһы үткән. Экологтар административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 1161 ҡарар сығара. Шуларҙың 582-һе буйынса административ штрафтар һалына, ҡалғандары буйынса киҫәтеү яһала. Экологик ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуймау маҡсатында иҫкәртеү саралары ла әүҙем ойошторола. Уларҙың дөйөм күләме 4948 сара тип хәбәр итәләр министрлыҡта. Әлеге сараларҙың барыһы ла тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән һәм "Экология" милли проекты сиктәрендә атҡарыла һәм Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, "Экология" (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото Башҡортостандың Тәбиғәттән фаҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.