Найти тему
Башҡортостан гәзите

1930 йылдарҙа Өфөлә туризм үҫешкән

Өфөләр һәм ҡунаҡтар баш ҡаланың матурлыҡтарын самолетта осоп ҡарай алған. Ял көндәрендә әлеге “Өфө” аэропортына нигеҙ һалыусы Башҡорт авиация отряды ике кешелек урынлы самолетта экскурсияла үткәргән. Был хаҡта Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығы начальнигы Илһам Фәтҡуллин үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙа. - Архивта һаҡланған “Красная Башкирия” гәзитенең 1937 йылдың майында сыҡҡан һанында был хаҡта бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар. “Башҡорт авиация отряды эшселәрҙе самолеттарҙа йөрөтә. Бының өсөн махсус рәүештә бер нисә самолет бүленә, улар Өфө өҫтөнән оса. Баш ҡаланы 400 – 600 метр бейеклектән ҡарарға теләүселәр күп. Мәҫәлән, 2 май көндө бөтәһе 150 кешегә экскурсия ойошторолған”, - тип яҙылған был яҙмала. Әлеге бәләкәй генә мәғлүмәткә ҡарап, Өфөлә 1937 йылда уҡ туризм үҫешкәнлеге тураһында һығымта яһарға була, - ти Илһам Фәтҡуллин. Фото Башҡортостандың Архив эштәре буйынса идаралығынан алынды.