Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, Яңы йыл байрамдарында ҡалдыҡтарҙы сығарыу өсөн 415 берәмек техника әҙерләнгән. «Ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары көн һайын, башҡа тораҡ пункттарҙа өс көнгә бер тапҡыр сығарыласаҡ. Төбәк операторҙары ял көндәренә дежурлыҡ графигы төҙөгән, шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәгенең эше көйләнгән, машиналар “ГЛОНАСС” системаһы аша күҙәтеләсәк, – тине Нияз Фазылов. 31 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу графигын боҙоу ихтималлығын контролдә тотоу һәм оператив яуап биреү өсөн көн һайын төбәк операторҙары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре менән бәйләнештә буласаҡ. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.