Яңы техниканы Дәүләкән, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Борай, Әбйәлил райондары агрономдары алды. Ойошманың автопаркы һуңғы өс йылда даими рәүештә яңыртыла. Әлеге ваҡытта филиалда 47 автомобиль бар, уларҙың ҡайһы берҙәре тиҫтә йылдан ашыу хеҙмәт иткән. Машиналар хәүефһеҙ, ҡулланыуға уңайлы. — Яңы автомобилдәр агрономдарға йыл әйләнәһенә, миҙгелгә һәм һауа шарттарына ҡарамай, баҫыуҙарға сығыу мөмкинлеге бирәсәк. Агрономдар даими рәүештә сәсеүлектәрҙең торошон фитомониторлау, сәсеүлектәрҙе апробациялау, кимереүселәр булыу-булмауын тикшереү өсөн баҫыуҙарға сыға. Транспорт булыуы эште тиҙләтә, баҫыуҙарҙа уңышты арттырыуға һәйбәт йоғонто яһай, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Айдар Хаматшин. Быға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән. Фото: Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалынан алынды.