Бүздәк районының Сергеевка ауылы халҡы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының беренсел звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлгән яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында диспансерлаштырыу үтә. Бина стандарттарға ярашлы йыһазландырылған, бында кисектергеһеҙ, планлы һәм ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн тейешле бөтә уңайлыҡтар булдырылған, коммуникациялар үткәрелгән, һалҡын һәм эҫе һыу, электр уты менән тәьмин ителгән. – ФАП Сергеевка һәм Тухтаркүл ауылдары халҡын хеҙмәтләндерә. Барлығы – 470 кеше. Фельдшер Эльвира Арыҫланованың хеҙмәт стажы 28 йыл тәшкил итә, тәжрибәле, абруйлы, – тине Бүздәк үҙәк район дауаханаһының баш табибы Айрат Хажиев. 2019-2023 йылдарҙа республикала 342 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”