Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары ла Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөй. Күптән түгел Башҡортостан юлдаш телеканалында шундай ҡыйыу гүзәл заттарҙың береһе хаҡында һөйләнеләр. «Снайпер» позывнойлы хәрби — үҙенең подразделениеһында берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ. Уның контракт буйынса хеҙмәт итеү тәжрибәһе бар. Телеканал журналистары һүҙҙәренсә, «Снайпер» элек сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, уның профессиональ әҙерлеге махсус операция зонаһында ла бик кәрәк: яҡташыбыҙ эре тоннажлы «Урал» һәм хатта танктар менән оҫта идара итә. «Мин бер ҡасан да илдең төрлө төбәктәрендә йәшәгән балаларҙың хаттары беҙгә ышаныс, көс бирер тип уйламағайным: «Беҙ һеҙгә ышанабыҙ, барыһы ла яҡшы булыр!» тигән һүҙҙәр бар унда. Бына ошо балаларҙың киләсәге өсөн унда булырға тейешбеҙ», - тип «Снайпер»ҙың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан юлдаш телеканалы. Яугирҙең әсәһе бер нисә тапҡыр ҡыҙын кире күндерергә өгөтләгәс, «Снайпер» уға: «Әсәй, һин минең урында булһаң, н