Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туризм өлкәһенә булған иғтибар һоҡландыра

Тыуған районында агротуризмды үҫтереү менән шөғөлләнгән Бишбүләк районы фермеры Ғәзиз Сираев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа 29 ноябрҙә “Тура бәйләнеш” барышында уның мәсьәләһенә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йәш эшҡыуар Ғәзиз Сираев төбәктә туризм өлкәһен үҫтереү буйынса пландар һәм уға грант ярҙамы буйынса видеоһорау бирҙе. Ул шулай уҡ “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһы ярҙамында уларға быйыл районға 600-ҙән ашыу көмөш йәштәге турист килеүе хаҡында һөйләне. Ә грант ярҙамы менән ул туристик маршрут проекты әҙерләгән һәм тормошҡа ашырған – Дим йылғаһы буйлап һалда ағып төшөү. “Һорауымдың эфирға сығыуына бик аптыраным, был көтөлмәгән хәл булды. Республика Башлығының ябай ауыл егетенә иғтибар итәсәгенә ышанмағайным да. Ләкин Радий Фәрит улының яуабынан бик ҡәнәғәт ҡалдым. Ул шундай тәрән һәм ышандырғыс яуап булды. Башҡортостан йыл һайын төрлө туристик конкурстарҙа еңеп сыға, беҙҙән өлгө ала, беҙҙең менән ярышалар. Хәҙер Башҡортостанда тап ошондай тренд. Радий Хәбиров етәкләгән команда менән бик ҡәнәғәтмен. Ул республикабыҙ өсөн бик күп эш башҡара. Бер ҡасан да Башҡортостанда туризм өлкәһендә ошондай иғтибар булманы”, - тип белдерҙе ул Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская менән Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында үткән әңгәмәлә. Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ".