Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Беҙҙең Башҡортостанды килеп ҡарағыҙ!"

3 декабрҙә Мәскәүҙә “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан көнөн асыу тантанаһы булды. ВДНХ комплексы биләмәһендә барған сарала республика Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты. Төбәк етәксеһе экспозицияның тематик майҙансыҡтарын ҡараны һәм күргәҙмәгә килеүселәр өсөн Башҡортостандың киң презентацияһына старт бирҙе. – Бөгөн беҙҙең идара итеү командаһы – бөйөк Тыуған илебеҙ йөрәгендә, Мәскәүҙә тыуған һәм яратҡан Башҡортостаныбыҙҙы күрһәтә. Һәм бөгөн бында республикабыҙҙың нисек үҫешеүен һәм бөйөк Тыуған илебеҙ өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә булыуын күреү өсөн килгән кешеләргә рәхмәт, – тине ул. – Айырыуса ҡәнәғәтлек менән дуҫтарыбыҙҙы күрһәтергә теләйем. Был көндәрҙә, әлбиттә, иң төп ҡунаҡтар – ауыр хеҙмәт алып барған һәм Ватаныбыҙҙы махсус хәрби операцияла һаҡлаған беҙҙең яугирҙәр. Бөгөн беҙҙең менән Рәсәй Федерацияһы Геройҙары Борис Дудко һәм Степан Белов. Шулай уҡ сараға Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда илебеҙҙе яҡлаған ветерандар ҙа килгән. Хәрби руханиҙар Хәмзә хәҙрәт менән отец Виктор бында ине. Халыҡ уларҙы ихлас сәләмләне. Бынан тыш Ҡаҙағстан һәм Беларусь илселере килде. Һәләтле артистар һәм бөйөк спортслыр, ҙур компаниялар, корпорациялар, банктар етәкселәре йыйылды. – Башҡортостан тураһында күп һөйләргә була. Күптәр уны Евразия йөрәге тип, кемдер уны Көньяҡ Уралдың ынйыһы, кемдер ҡурай иле тип атай. Былар барыһы ла матур романтик атамалар. Әммә Башҡортостандың төп ҡиммәте – уның халҡы, 4 миллиондан ашыу кешенән торған ҙур күп милләтле халыҡ. Рәсәй Федерацияһы Президентының иҫ киткес һүҙҙәрен хәтерләйһегеҙҙер, ул бер ваҡыт, Башҡортостанда һыу тамсыһындағы кеүек мәҙәниәттәр, диндәр, телдәр төрлөлөгө, халыҡтар дуҫлығы менән тотош Рәсәй сағыла, тип әйткәйне, – тине ул. Радий Фәрит улы тарихҡа туҡталды. Алыҫ 1557 йылда ата-бабаларыбыҙ үҙ ирке менән Рус дәүләте составына инергә ҡарар иткән. Шул ваҡыттан алып Башҡортостан һәр ваҡыт бөйөк илебеҙҙең ышаныслы терәге, алдынғы төбәге булды. Ата-бабаларыбыҙ илде һәр саҡ ҡорал менән һаҡлаған. Наполеонды, фашистарҙы туҡмағандар. Хәҙер ҙә яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция зонаһында азатлығыбыҙ өсөн көрәшә. Радий Хәбиров ни өсөн Владимир Путин Өфөгә “Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” исемен биреүе тураһында ла әйтте. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәр өсөнсө танк һәм һәр өсөнсө хәрби самолет Башҡортостанда табылған яғыулыҡты ҡулланған. Республикабыҙ нефть тармағын да үҫтергән, бар көсөн фронтҡа ла биргән. Бөгөн иһә Башҡортостан бөтә нефть тауарҙары линейкаһын етештерә, энергетика, машиналар эшләү тармағында лидер. – Башҡортостан шул иҫәптән бизнес, инвестициялар өсөн асыҡ төбәк булып тора. Башҡортостан өс йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урындарҙы биләй. Беҙ, ысынлап та, эшләй һәм ижад итә беләбеҙ. Республика ике йыл рәттән Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында иң яҡшылар иҫәбенә ингән биш төбәк иҫәбендә тора. Көслө партнёрҙарыбыҙ булһа ла, беҙ бының менән генә туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ, алға барасаҡбыҙ. Беҙ конкурентлы мөхиттә көрәшәбеҙ, – тине ул. – Беҙ эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн иң яҡшы шарттар тыуҙырабыҙ. Был айырыуса “Алға” иҡтисади зонаһы. Ул Рәсәй Федерацияһында йылдам үҫешкән иҡтисади зоналарҙың береһе булып тора. Шулай уҡ был - биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе, алты кластер. Ни бары ике төбәктә алтышар кластер бар: беҙ һәм Татарстан. Радий Фәрит улы республикабыҙҙың төрлө тармаҡтарҙағы уңыштары тураһында һөйләне. Ауыл хужалығына ул айырым туҡталды. Беҙ ҙә сәсәбеҙ ҙә, эшкәртәбеҙ ҙә. Һөт буйынса алдынғы төбәк, ҡымыҙ, бал, солоҡ балы менән дан тотабыҙ. Киләһе йылда Өфө 450 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан баш ҡалала яңы юлдар, күперҙәр, спорт һәм медицина объекттары төҙөлә. Шулай уҡ Радий Фәрит улы Башҡортостандың туристик ҡеүәте тураһында һөйләне һәм барыһын да беҙгә ҡунаҡҡа килеп, матурлыҡтарҙы үҙ күҙҙәре менән күрергә саҡырҙы. – Башҡортостан – ял итеү өсөн бик яҡшы урын. 12 мең күл һәм йылға, тау саңғыһы трассаһын күҙ алдына килтерегеҙ. Беҙҙең “Мораҡ”, “Яҡтыкүл” һәм “Абҙаҡ” тау саңғыһы комплекстары – тау саңғыһы трассалары эше буйынса иң яҡшыларҙың һәм иң оҙайлыларҙың береһе, – тине ул. – Бөгөн тағы ла шуны әйткем килә: беҙ йөрәгебеҙҙе, күңелебеҙҙе, ҡосағыбыҙҙы асабыҙ һәм барыһын да йәшәргә, ижад итергә саҡырабыҙ. Республикабыҙға килегеҙ, ҡунаҡтарыбыҙ булығыҙ. Беҙ ҡунаҡтарҙы яратабыҙ, уларҙы ҡаршы ала беләбеҙ, бынан һуң улар дуҫтар булып ҡайтып китә. Башҡортостанға саҡырам. Башҡортостанға рәхим итегеҙ! – тине ул. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.