3 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Белоруссияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Дмитрий Крутой менән “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмә-форумы майҙансығында ойошторолған республиканың тематик экспозицияһын ҡараны. Илдең бөтә төбәктәре был күләмле сарала фәнни-технологик тармаҡтарҙа, иҡтисадта һәм социаль өлкәлә ҡаҙаныштар тәҡдим итә. Күргәҙмә 2023 йылдың 4 ноябренән 2024 йылдың 12 апреленә тиклем Мәскәүҙә ВДНХ комплексы биләмәһендә уҙғарыла. Ә 3 декабрҙә күргәҙмә майҙансығында – Башҡортостан көнө. Республика Башлығы милли ихатала булды, унда “Терра ҡыш” фестивале ойошторолдо, башҡорт балы, фитопродукция, республика кәсепселәренең изделиелары ҡуйылған күргәҙмәне ҡараны. Фестиваль майҙансығында төбәк етәксеһе “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашыусыларҙың теләктәре яҙылған открытка алды. – “Рәсәй” күргәҙмәһендә төбәктең сәнәғәт, инвестиция, мәҙәни һәм туристик ҡеүәте менән таныштырабыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бында беҙ халыҡ байрамдарын, милли кейемдәрҙе күрһәтәбеҙ, артистарыбыҙ ҙа килде. Барыһы ла сағыу һәм матур үтә. Артабан Башҡортостан Башлығы 100 Ҡарһылыу парадына старт бирҙе. Улар кескәй ҡунаҡтарҙы Ҡыш бабайҙың Яңы йыл йортона саҡыра. Урам майҙанында ҡышҡы һабантуй ҙа ойошторолған – башҡорттар өсөн ғәҙәти йәйге байрам өлкәндәр һәм балалар өсөн ҡышҡы халыҡ уйындарына әйләнде. Урамдағы ҡунаҡтарҙы ҡайнар башҡорт сәйе менән һыйлайҙар. Радий Хәбиров менән Дмитрий Крутой бында милли башҡорт туйы йолаһын үткәреүҙе лә күҙәтте. “Рәсәй” күргәҙмәһендә халыҡ йолаларына ярашлы республиканан йәш пар – Сибайҙан Заһир Сәфәрғәлин менән Баймаҡтан Юлиә Сөләймәнованың никахын теркәнеләр. Башҡортостан Башлығы хәләл ефете менән яңы өйләнешкән парҙы ғаилә ҡороуҙары менән ҡотланы. Радий Хәбиров яңы өйләнешеүселәргә Өфөлә фатирға сертификат тапшырҙы һәм уларға бәхетле ғаилә тормошо теләне. – Һеҙ – Башҡортостаныбыҙҙың кәүҙәләнеше – шундай уҡ матур, йәш, ныҡышмал. Һеҙҙең никах үҙенсәлекле урында үтә, бында йәшәүселәрҙең барыһы ла – туйығыҙҙың шаһиты, – тине Радий Хәбиров. – Бәхетле булығыҙ, бер-берегеҙҙе яратығыҙ һәм хөрмәт итегеҙ, оҙон һәм бәхетле ғүмерҙе бергә үткәрегеҙ. Бөгөн Башҡортостанда 50 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар. Уларҙың рәтен тулыландырһағыҙ, беҙ бәхетлерәк буласаҡбыҙ. Юлиә һәм Заһир – Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары. Юлиә ҡаҙаҡ һәм төрөк телдәрен белә. Заһир – IT өлкәһендә уҡытыусы. Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт итә. Буш ваҡытта программалау телдәрен өйрәнә, сноубордта шыуыу менән мауыға. – Беҙ Радий Фәрит улының бындай бүләгенә ғәжәпләндек. Туйҙың бында, Мәскәүҙә, ошондай күргәҙмәлә үтеүе үк – яҙмыш бүләге. Республика Башлығының теләктәрен үтәргә һәм кәмендә өс сабыйға ата-әсә булырға тырышасаҡбыҙ, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты йәштәр. Башҡортостан көнөндә “Рәсәй” күргәҙмә-форумында “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проектында ҡатнашыусылар ҙа булды. Улар төбәк етәксеһенә экспозициянан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. – Ватаныбыҙҙың баш ҡалаһында булыу һәм “Башҡортостанда оҙон ғүмер” республика программаһы сиктәрендә “Рәсәй” күргәҙмәһен ҡарау мөмкинлеге өсөн ҙур рәхмәт. Беҙгә барыһы ла бик оҡшай, тәьҫораттар бер йылға етәсәк, – тип һөйләне ветерандар. – Кешеләрҙең бәхетле йөҙҙәрен күреүемә гел шатланам. Кеше хаҡлы ялға сыҡҡас, ул ябылырға тейеш түгел, – тине Радий Хәбиров. – Ул өйҙән сығырға, ҡайҙалыр барырға тейеш. Беҙҙең “Башҡортостанда оҙон ғүмер” программаһының мәғәнәһе тап ошоға ҡайтып ҡала ла инде. Башҡортостан Башлығы ВДНХ павильондарының береһендә ойошторолған республика стендын да ҡараны. Экспозиция өр-яңы 3D-баҫыу технологияларын ҡулланып ойошторолған. Авторҙарҙың уй-фекере буйынса, стенд яңы ҡаҙаныштарға һәм инновацияларға илткән бөтә Рәсәй менән киләсәккә ынтылған йыһан карабынан ғибәрәт. Эске яҡтан ҡунаҡтарҙы туризм өлкәһе, юл яны сервисын үҫтереү, шулай уҡ республика менән идара итеү үҙәге менән таныштырған интерактив панелдәр ҡуйылған. Виртуаль сәйәхәт зонаһы Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын, мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһен йәки Салауат Юлаев һәйкәлен күрергә мөмкинлек бирә. Ә интерактив зонала вертолет тибындағы пилотһыҙ аппарат менән идара итергә өйрәнергә һәм “Берлога” киберфизик платформаһында эшләнгән яңы “Академия” уйынын һынап ҡарарға мөмкин. Стендта Башҡортостан гербының, шулай уҡ республикала тыуып үҫкән билдәле дирижёр Владимир Спиваковтың, балет артисы Рудольф Нуриевтың, яҙыусылар Сергей Аксаковтың һәм Сергей Довлатовтың голограммалары урынлаштырылған. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.