Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Беҙ бер туғандар кеүек”

“Габа” позывнойлы егет Ауырғазы районының Яңы Тимешкә ауылында тыуып үҫә. Һуңғы йылдарҙа ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Махсус хәрби операция зонаһына китер алдынан хәрби комиссариатта һеңлеһе уны ғаилә дуҫы Леонид менән таныштыра. Ул да ошо уҡ районда тыуып үҫкән, һуңғы осорҙа ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән. Шулай итеп, ике яҡташ, ике дуҫ бер көндә алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Бына улар йылдан ашыу инде Доставалов исемендәге батальонда, иңде-иңгә терәп, батырҙарса хеҙмәт итә, тип хәбәр итә “Аургазинский вестник”. Улар хәҙер яҡташ, тоғро дуҫ ҡына түгел, ә иң яҡын туғандар кеүек. Яугирҙәрҙе бер көндә – 29 ноябрҙә “Хәрби отличие өсөн” миҙалы менән наградлайҙар. “Габа” һәм “Степа” позывнойлы яугирҙәрҙең икеһе лә контракт буйынса Чечняла хеҙмәт иткән. Бөгөн яҡташтар алғы һыҙыҡта. Ауырғазы ерендә тыуып үҫкән башҡа егеттәр менән йәнәш Ватан һағында тора улар. Яҡташлыҡ – ҙур көс һәм терәк. “Беҙ хәҙер бер туғандар кеүек. Еңеү көнө килеренә ышанабыҙ – ә башҡаса нисек булыуы мөмкин һуң?”– ти яугирҙәр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://vk.com/aur_vesti