Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ"

3 декабрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров академик Николай Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник госпиталдә яраланғандан һуң дауаланған республиканан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың хәлен белеште. Рәсәй Оборона министрлығының медицина учреждениеһында Ҡалтасы, Салауат һәм Ауырғазы райондарында, шулай уҡ Салауат ҡалаһында йәшәүселәр һаулығын тергеҙә. Төбәк етәксеһе яҡташтарына хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм яугирҙәргә генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы. Хәрбиҙәр менән әңгәмәлә Радий Хәбиров республиканың Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың туғандары һәм яҡындары хаҡында хәстәрлек күреүен дауам итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Шайморатов миҙалы – ул хәрби һалдат наградаһы. Ғорурланып йөрөгөҙ, һеҙ уға лайыҡһығыҙ. Иң мөһиме, дауаланығыҙ һәм өйөгөҙгә ҡайтығыҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ. Ҡайтҡас, барығыҙҙы ла эш менән тәьмин итәсәкбеҙ. Кемгәлер ҡайтанан уҡып сығырға кәрәк булһа, курстарға ебәрербеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Мөмкин булһа, яҡындарығыҙға барып, һеҙҙән сәләм еткерербеҙ, ә балаларға мотлаҡ Яңы йыл бүләктәрен тапшырырбыҙ. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы палатала булды. Унда яугирҙәрҙең береһе яңыраҡ кисергән ҡатмарлы операциянан һуң көсөн тергеҙә. Уны ҡарарға килгән хәрби хеҙмәткәрҙең әсәһе менән әңгәмәлә төбәк етәксеһе ғаиләгә кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе. – Николай Бурденко исемендәге госпиталь – Рәсәй Оборона министрлығының юғары профессиональ дауалау учреждениеһы. Егеттәрҙең һаулығын тап ошонда тергеҙеүе бик яҡшы. Уларҙың барыһы ла – иң яҡшы хәрби табиптарҙың ышаныслы ҡулдарында, – тине Радий Хәбиров. – Ятҡан пациенттарҙы ҡарарға килгән ата-әсәләрҙе һәм туғандарын Башҡортостандың Мәскәүҙәге вәкиллеге ҡарамағындағы ҡунаҡханаға урынлаштырабыҙ. Бынан тыш, республика хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе артабан реабилитациялау, уларҙы эшкә урынлаштырыу һәм йәмәғәт тормошона йәлеп итеү мәсьәләләрен хәл итергә ярҙам итәсәк, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Осрашыу һуңында Радий Хәбиров яугирҙәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләне һәм улар мөрәжәғәт иткән барлыҡ һорауҙар һәм тәҡдимдәр мотлаҡ хәл ителәсәк, тип ышандырҙы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.