Найти тему

Ҡар һыуы менән сәс йыуған

Кисә бар донъяны аҡҡа күмеп ҡар яуҙы. Ошо матурлыҡҡа һоҡланып ҡараусылар ҙа, ҡар менән йыуыныусылар ҙа булған. Был хаҡта Тәнзилә Кейекбаева үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙған. "Ҡыш башланып ҡына тора. Ап-аҡ өмөт бөркөп, күңелгә шатлыҡ-ҡыуаныстарын һибеп, ап-аҡ ҡарҙар яуа. Рәхәт шундай. Ял көнөндә мин сәс йыуырға тип сисенеп ташлап ванна эсенә инеп ҡунаҡланым да һыуҙы ҡабыҙҙым. Һы... һыу юҡ! Әле генә бар ине бит! Ҡашығаяҡ йыуҙым! Бына һиңә мә... Халатымды эләктереп, ваннанан сыҡтым. Йыуынырға тигәс йыуынырға! Тәҙрәнән тышҡа күҙ һирптем. Кәйелеп-кәйелеп ҡарҙар яуа. Күп уйлап тормайынса, ике биҙрә тотоп тышҡа атылдым. Биҙрәләргә ап-аҡ ҡарҙы тултырыуыма үткенселәр аптырап ҡараны. Эй... йомшаҡ ҡына, таҙа ғына, саф ҡына ап-аҡ ҡарҙар... Ҡар тулы күнәктәремде күтәреп өйгә индем. "Рәхим итегеҙ, ап-аҡ ҡарҙар, әйҙә түрҙән уҙығыҙ!" Ҡыштың тәүге көнөндә мин ҡар һыуы менән ҡойондом, хәс тә бала саҡтағы кеүек...Ярай әле тышта ҡар булды, әгәр ҡар булмаһа нишләр инең? Һыуҙы кискә генә бирҙеләр бит. Тимәк, һәр нәмәгә запаслы булырға кәрәк, тигән һығымта яһаным мин. Тормошта төрлө хәлдәр булыуы ихтимал. Был да, бәлки, нимәгәлер ишара, һәр ситуацияға әҙер булырға кәрәк. Тормош шулай ҡыҙыҡтары менән ҡыҙыҡ шул.Беҙҙең дәүер кешеһе һәр ваҡытта ла ситуациянан сығыу юлдарын таба инде ул..." - тигән Тәнзилә апай. Әйткәндәй, һеҙ һыуҙы запас ултыртып ҡалдыраһығыҙмы? Ә мин юҡ. Уйлап ҡараһаң, бик яҡшы кәңәш тә әле... Фото һәм текст сығанағы: Тәнзилә Кейекбаева.