"Интертат" мәғлүмәт баҫмаһы хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда һәм Татарстанда популяр йырсы Ришат Төхвәтуллин был миҙгелдә концерттарының ни өсөн ҡыҫҡартылыуы хаҡында белдергән. "Быйыл бәпәй көтәбеҙ. Шуның арҡаһында ла өйҙә булаһым килә. Ваҡыт та етмәй. Күберәк ғаиләгә, ижадҡа ваҡыт бүлгем килә. Мин күптән бер интервьюла "өйләнгәнсә, ғаилә ҡорғанса, рәхәтләнеп гастролдәрҙә йөрөйөм, аҙаҡ концерттарҙы кәметәсәкмен" тип әйткән инем. Аҡрынлап шуға табан бара", - тигән йырсы. Ришат Төхвәтуллин шулай уҡ ғаиләһенең илһамландырыуы хаҡында ла белдергән. Ижади ғаиләгә артабан да тик уңыштар ғына юлдаш булһын! Сығанаҡ һәм фото: "Интертат".