Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Римма яҙмыш һынауына бөгөлөп төшмәгән

1992 йылда БМО үҙенең резолюцияһы менән 3 декабрҙе Халыҡ-ара инвалидтар көнө тип иғлан итте. Физик кәмселектәре булғандарға иғтибар, уларҙың проблемаларын хәл итеү өсөн булдырылған был дата. Әбйәлил районының Ҡушый ауылында йәшәгән Римма Һибәтулина - күптәргә өлгө булырлыҡ көслө рухлы замандаштарыбыҙҙың береһе. Яҙмыш һынауына бөгөлөп төшмәй, үҙенең күңеленә яҡын шөғөл тапҡан ул. Римманың тормош йәме - төрлө уйынсыҡтар, ҡурсаҡтар бәйләү. Быйыл Өфөлә үткән "Әйҙә, уйнарға!" фестивалендә уның ҡул эштәре күптәрҙең күңеленә хуш килгән, сит илдән килгән ҡунаҡтарҙы ла хайран иткән. Баһалама ағзалары, фестивалдә ҡатнашыусылар ҙа Римманың уйынсыҡтарын теләп һатып алған, хатта Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләнгән. Ҡыҙының һәр уңышында әсәһе Зөлфирә Нурғәле ҡыҙының өлөшө ҙур. Ул ҡыҙының ҡул эштәрен Асҡар, Магнитогорск ҡалаһындағы күргәҙмәләргә алып сыға, һатып та ебәрә. Интернет заманында әҙер әйберҙе һатыу ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырмай, бар күңеле менән эшләгән уйынсыҡтар тиҙ арала үҙ хужаһын таба. – Өфөлә коррекция мәктәбендә уҡығанымда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Зәйнетдинова дәрестәрҙән һуң мине ырғаҡ менән бәйләргә өйрәтте. Еңел генә килеп сыҡманы, әммә уҡытыусым, ныҡышлығымды күреп, ваҡытын йәлләмәне. Бәйләү схемаларын аңлатты, журналдар алып килде. Тәүге бәйләгән селтәрле салфеткамды ҡәҙерләп һаҡлайым. Шулай ун өс йәштән бәйләй башланым. Был уйынсыҡтарҙы иң тәүҙә интернетта күреп ҡалдым. Бик оҡшаны. Уларҙы нисек бәйләү хаҡында эҙләнә торғас, оҫталыҡ дәрестәрен таптым. Аҡса йәлләмәнем, өйрәндем. Беренсе уйынсығымды күрше ҡыҙы һатып алды, ул туҙмай ҙа, бысраһа, еңел йыуыла. Биш йыл уйната инде. Башҡаларға оҡшағас, тағы дәртләнеп киттем, -ти Римма. Яҡын-тирәләге ҡала-райондарҙан башлап Мәскәүгә тиклем таралған Римма бәйләгән матур уйынсыҡ­тар. Бөтә донъя фольклориа­да­һында Америка ҡитғаһынан, Черногориянан килгән ҡунаҡтар ҙа алған. Римма, сирле балаларға үҙенең йөрәк йылыһын өләшеп, күҙ нурын түгеп бәйләгән уйынсыҡ­тарын бүләк итеп ҡыуандыра, шулай уҡ дауаланыуға аҡса йыйған, эт-бесәйҙәр өсөн ярҙам кәрәккән осраҡтарҙа вайымһыҙ ҡала алмай. Күңеле лә, үҙе кеүек нескә. Шулай ҙа заман менән йәнәш атларға тырыша, интернет аша уйынсыҡтар бәйләү буйынса даими оҫталыҡ дәрестәре ала. Тырыш ҡыҙ Ырымбур иҡтисад колледжында ике йыл көндөҙгә бүлектә белем алған, бухгалтер-иҡтисадсы һөнәре буйынса эш тәжрибәһе лә бар. Өфөлә программалаусы һөнәренә уҡыған. Бына шулай бар яҡлап үҫешкә ынтыла, сит телдәр өйрәнә, яңы һөнәрҙәрҙе үҙләштерә ҡыҙ. Автор фотоһы.