Был сара Башҡортостандың музыка сәнғәтенә ғәйәт ҙур өлөш индергән ике шәхес, күренекле йырсы һәм композитор Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың яҡты иҫтәлегенә, уларҙың бай ижади мираҫына арнала. Ул быйыл 10-сы тапҡыр уҙғарылды. Һайлап алыу турҙары, ғәҙәттәгесә, Шишмә һәм Ауырғазы райондарында ойошторолдо. Конкурста ике номинация ҡарала: вокаль башҡарыу һәм инструменталь башҡарыу. Тәүгеһендә – Ф.Ҡудашева репертуарынан йырҙар, шулай уҡ халыҡ йыры йә хәҙерге әҫәрҙе башҡарыу; икенсеһендә – Б. Ғайсин әҫәрҙәрен музыка ҡоралдарында уйнау. Һәүәҫкәр йырсылар, вокал ансамблдәре, шулай уҡ белем алып йөрөгән йәштәр ҡатнаша ала. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Ауырғазы һәм Шишмә райондары хакимиәттәре булышлығында "Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы" ойошмаһы. 1 декабрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы, аҙаҡ ҙур залда башҡорт һәм татар эстрадаһының билдәле башҡарыусылары ҡатнашлығында