“Башҡортостан” полкы составында хеҙмәт иткән “Шихан” позывнойлы хәрби менән “Кумертауское время” гәзите хәбәрселәре осрашып, Ватанды һаҡларға барыусыларға бер нисә кәңәш биреүен һораған. Яугирҙең ата-әсәһе Көйөргәҙе районының Шәбағыш ауылынан. “Атайым танкист булған, Украинала хеҙмәт иткән. Аҙаҡ ауылға ҡайтҡан, өйләнгән. Университетҡа уҡырға ингән. Минең ағайым һәм ҡустым бар. Үҙемдең ҡатыным бар һәм ике балам үҫә. Ялға ҡайтҡас, бик шатландылар. Өйҙә балаларым менән рәхәтләнеп ял иткем килә, әммә улар тыныс йоҡлаһын өсөн кем уларҙы һаҡларға тейеш?”– ти ул. Яугир артиллерияла хеҙмәт итә. “Һуғыш, нигеҙҙә, дистанцион рәүештә бара, дошманды күрмәйбеҙ тиерлек.Тураһын әйтергә кәрәк, фронтта еңел түгел.Ҡаршы яҡта хеҙмәт итмәгән, тәжрибәһеҙ призывниктар һуғыша тип уйларға ярамай, ялланған хәрби хеҙмәткәрҙәр етерлек. Улар бит һуғышҡа яҡшы әҙерләнгән, траншеяларҙы алдан ҡаҙғандар, бетон бункерҙар төҙөгәндәр. Минең менән бергә һуғышҡан яугирҙәр еңеүгә ышана, батырҙарса һуғыша. Башҡортостандың һәм башҡа төбәктәрҙең ярҙамын ныҡ тоябыҙ”, – ти “Шихан”. Яугир алғы һыҙыҡтағы яҡташтары тураһында һөйләгәндә, уларҙың ысын ирҙәр, ҡыйыу һәм тәүәккәл һалдаттар икәнлеген билдәләй. Уларҙың барыһын да бер уй һәм теләк берләштерә: Оборона министрлығы менән аңлы рәүештә контракт төҙөргә ҡарар итеү һәм Ватанды һаҡлау. -Һәр беребеҙҙең характеры, тәжрибәһе, донъяға ҡарашы төрлөсә булыуына ҡарамаҫтан, хәрби шарттарҙа бөтә сиктәр юғала, барыбыҙ ҙа бер ғаиләгә, туғандарға әүереләбеҙ. Беҙ – бер команда, бында ҡурҡаҡлыҡҡа һәм икейөҙлөлөккә урын юҡ, – ти яугир. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: “Башинформ”. https://kumertime.info/articles/vremya-geroev/2023-12-01/my-vse-kak-odna-semya-kontraktnik-iz-kumertau-rasskazal-o-svoey-sluzhbe-v-zone-svo-3547548