Найти тему
Башҡортостан гәзите

Яйлап ышаныслы ҡулланыусыға әйләнәләр

26 ноябрь – Бөтә донъя мәғлүмәт көнө. Был датаға Салауат районының Торналы яңы быуын моделле китапханаһында оло йәштәгеләрҙе компьютер грамоталылығына өйрәттеләр. Сара "Демография" милли проекты маҡсаттарына тап килә. Уҡытыу компьютер технологиялары буйынса башланғыс белемгә эйә булыусылар менән үткәрелде. Улар белемдәрен киңәйтергә һәм ышаныслы ҡулланыусы булырға теләй. Китапханасылар был юлы шәхси электрон почта, интернет аша тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә түләү өсөн шәхси кабинет булдырырға өйрәтте. Оло йәштәгеләр китап уҡырға ярата, тик ҡайһы берҙә уларҙы китапхана фондында табып булмай. Шуға күрә воркшопҡа килеүселәргә Милли электрон китапхана тураһында һөйләнеләр. Милли электрон китапхана – ул уҡыусыларҙың Рәсәй китапханалары фондтарына ирекле инеү мөмкинлеге. Теләгәндәргә китапханасылар ресурста теркәлергә ярҙам итте һәм улар менән нисек файҙаланырға өйрәтте. Сараға компьютер белеме буйынса төрлө китаптарҙан торған китап күргәҙмәһе әҙерләгәндәр. “Бер ҡасан да компьютер менән файҙаланғаным булманы. Баҡһаң, был бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәтте интернетта еңел һәм тиҙ генә табырға, шулай уҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә мөмкин”, – тип билдәләне пенсионер Мәфрүз Хисмәтуллина. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Салауат районы хакимиәте.