Найти тему
Башҡортостан гәзите

Хыянатты улар ғәфү итмәй...

– Ишеттеңме, Әхмәтовтар ҡалаға күсенергә йыйына икән, – тине ҡатыны Миләүшә ихатала бөгөнгө эштәрен бөтөрөп ингән Ришатҡа. – Дөрөҫ эшләйҙәр. Бына беҙ ултырабыҙ ауылда, театрға ла бара алмайбыҙ, балалар ҙа бер нимә күрмәй үҫә. – Уларға ни, ауыл кәрәкмәй ҙә, мал аҫрамайҙар, баҡса үҫтермәйҙәр... – тип көлөмһөрәне Ришат. – Вәт-вәт, – тип эләктереп алды Миләүшә. – Ә мин аҙналар буйы йәшелсә түтәлдәрендә соҡсонам, иртә таңдан тороп һыйыр һауырға кәрәк... “Балалар бер нимә күрмәй үҫә” тигәне менән Ришат риза түгел. Улар ял һайын тип әйтерлек бара ҡалаға. Өфөгә алыҫ та түгел ауылдарынан, еңел автомобилдә ярты сәғәт кенә. Театрҙа ла йыш булалар, айырыуса ҡыш, хужалыҡта эштәр аҙайған осорҙа. Хатта балалар менән ҡурсаҡ театрында ла икеме-өсмө тапҡыр булдылар. Миләүшә сауҙа үҙәктәрендә лә булып өлгөрә, бөҙрәханаға ла инеп сыға. Тик ҡатыны менән бәхәсләшеүҙең файҙаһыҙ икәнен дә күптән төшөнгән ул, һүҙ көрәштереү ыҙғышҡа ғына килтерергә мөмкин. Ришат тағы кейенеп тышҡа сыҡты, ҡатыны ла тынысланһын, йылға буйында иптәштәре менән гөр килеп тауҙан шыуып төшөп уйнаған Илшат менән Илдус малайҙарын да алып ҡайтырға кәрәк, киске аш ашарға күптән ваҡыт, Миләүшә өҫтәлгә ултыртырға йөрөй бит. Юл тап Әхмәтовтарҙың йорто эргәһенән уҙа ине. Хужа ҡапҡа алдындағы эскәмйәлә тәмәке тартып ултыра. – Күсенергә йыйынаһығыҙ, тиҙәр... – тине Ришат, уның менән күрешкәс. – Эйе.. – тине тегеһе күңелһеҙ генә... – Күптән уйлаша инек... Ришат ҡойма аша ихаталағы эткә күҙ һалды. Матур эт. Мыҡты кәүҙәле, аяҡтары оҙон, йөнө төрлө төҫтә һәм яҡтыға йылҡылдап тора, ҡараштары ла үткер... Аҡыллы ла: башҡа эттәр үткән бер кешегә өрөп ҡалһа, Аҡбай кемдер ҡапҡанан инергә әҙерләнгәндә генә тауыш бирә. Хужаһы уны ҡайҙандыр алып ҡайтҡайны, был яҡтарҙа ундай тоҡом юҡ та шикелле. – Фатирҙа ҡыйын булыр инде ... – тип ҡуйҙы Ришат. – Кемгә? – Әхмәтов уға аптырап ҡараны. – Аҡбайҙы әйтәм, ҙур эт, йөрөргә алып сығырға ла кәрәк буласаҡ. – Ә-ә, моғайын... – шунан артыҡ һүҙ сығарманы эттең хужаһы. ... Уйнап йөрөп, малайҙар ныҡ ҡына асыҡҡайны. Уларҙың тәмләп ашап ултырғанын күҙәтергә яратҡан аталары һорап ҡуйҙы: “Илшат, нисек – класташың Даян ҡалаға йәшәргә күсеүенә шатмы?” – Юҡ. Күсәһем килмәй, ти. Атаһы ла теләмәй. Әсәһе генә ҡалала йәшәү рәхәт, күсәйек тип ныҡыша икән. Улының шулай ололарса хәбәр һөйләгәненә Ришат ҡысҡырып көлөп ҡуйҙы. – Йә әйтәм дә, Әхмәтов үҙе һис күсенеү шатлығы кисергән кешегә оҡшамаған, – тине ул, уйсанлана төшөп. – Ә эттәре Аҡбай ҡайҙа, нисек йәшәр икән унда? – Ысынлап та, эттәре Аҡбай быҙау хәтлек.. Уны көн дә йөрөтөргә алып сығырға кәрәк бит... – тип аптырай төштө ҡатыны ла. Малайҙар йоҡларға ятҡас, Миләүшә һөйләшеүҙе дауам итергә булды: – Беләһеңме, уйланып йөрөнөм-йөрөнөм дә, шундай ҡарарға килдем әле: ауылда йәшәү барыбер яҡшыраҡ. Ҡалала нимә бар... Хатта күршеләреде лә белмәйһең. Эҫе һыу беҙҙә лә бар, йылы бәҙрәф күптән эшләп ҡуйҙың... Юҡ, ауылда үҙ йортоңда һәйбәтерәк! Икенсе көнө Ришат ҡар көрәгәндә Әхмәтовтарҙың йортона ҙур автомашина килеп туҡтағанын күрҙе. Әйберҙәрен тейәйҙәрҙер инде, тимәк, бөгөн күсенәләр. – Миләүшә, мин барып ташырға ярҙам итәйем әле, – тине ул. Тиҙҙән башҡа күршеләре лә йыйылды. Ярҙамсылар булғас, машина тиҙ тейәлде. Аҡбай үҙен ниңәлер көсөргәнешле тота ине, ул хужаларынан күҙҙәрен дә алмай... Машина ихатанан урамға сығып туҡтаны. Ришат хужалар менән һаубуллашып ҡайтыр яҡҡа ыңғайлағайны, ҡысҡырған тауышҡа боролоп ҡараны: “Даян, ҡайҙа киттең? Борол, китергә кәрәк бит!” Баҡһа, Даян улы машинанан һикереп төштө лә, Аҡбайҙы барып ҡосаҡланы. Әсәһе уға ҡысҡыра икән. Малай тыңламағас, ул ҡапҡаны ябырға йыйынған иренә ҡысҡырҙы: – Нимә аптырап тораһың?! Ултырт Даянды машинаға! Ваҡыт көтмәй ҙәһә!.. Атаһы улын күтәреп алды ла машинаға кире ултыртты. Даян ысҡынырға тырыша, туҙынып илай. Шунда ғына Ришат эштең ниҙә икәнлеген аңлап ҡалды: – Һеҙ нимә? Этте ташлап китәһегеҙме? – Ә ҡайҙа ҡуяйыҡ беҙ уны? Фатирҙа беҙҙең башта ултырһынмы?! Кемгә кәрәк, килеп алырҙар әле... Үҙеңә алһаң да була! – тип машина тәҙрәһе аша асыуланып ҡысҡырҙы ҡатын. Машина урынынан ҡуҙғалды, Даяндың илаған йөҙө генә тәҙрә аша күренеп ҡалды. Аҡбай бар көсөнә ынтылды ла, сиптән ҡотола алмағас, кире урынына ятты, башын тәпәйҙәренә һалды, йомолған күҙҙәре аша йәш сыҡҡан да кеүек... “Кеше һымаҡ илай бит әле ул... Сибенән дә ысҡындырманылар, йәндәре тупаҫ икән”, – тип әсенде Ришат. – Аҡбай, һин ҡайғырма, хәҙер ашарға алып киләм. – Миләүшә, эткә ашарға берәй нәмә бир әле... – Ниндәй эткә тағы? – Аҡбайға... Әхмәтовтар эттәрен ташлап китте. – Ташлап киттеләр?! Кешелекһеҙҙәр икән... Тышта һыуыҡ ҡына, ә уныһы сиптә... Ысҡындырырға кәрәктер, моғайын... – Әйтеүе еңел, ҡулды өҙгәнсе тешләп алыр. Тәүге өс көндә Аҡбай ашауҙан баш тартты, Ришат һалған ризыҡҡа күҙ һала ла, моңһоу күҙҙәре менән уға күтәрелеп ҡарай һәм ояһына кире инеп китә. Бер саҡ күршеләге Таһир бабай Ришаттың кәстрүл менән аш алып барғанын күреп ҡалды: – Ҡайҙа юлландың былай? Кемдәрҙе һыйлайһың? – тип һораны ул. Ришат һөйләп биргәс, тегеһе аптырап китте: – Һы... Этен ташлап киткән әҙәмдәр ҙә була икән... Бына нимә, ҡустым, һеҙҙең, йәштәрҙең эше былай ҙа күп инде, иртән беҙ әбейем менән барып ашатырбыҙ. – Рәхмәт, Таһир ағай! Эт йәл бит. Артабан нимә эшләргә?.. – Күмәкләп бер этте ашатыуы ҡыйын булмаҫ. Артабан, бәлки, Әхмәтовтарҙың намыҫы уяныр. – Уныһына шикләнәм. Бер аҙнанан ҡаты һалҡындар башланды. Тынды ҡурып бара. – Ришат, беҙҙең Аҡбай туңыр бит, бында килтерергә кәрәк, йылы коридорҙа ятыр, – тине Миләүшә ире эштән ҡайтҡас та. – Нисек итеп? Ысҡындырам тиһәм, тештәрен ыржайта. – Үҙем барып ҡарайым әле... – Миләүшә кейенә лә башланы. – Башһыҙланма, өҙгәнсе тешләр! – шулай тиһә лә, Ришатҡа ла ҡатыны артынан юлланырға тура килде. Әхмәтовтарҙың элекке йортоноң ҡапҡа төбөндә бала-саға, бер нисә күршеһе йыйылғайны. Миләүшә араларында юҡ. Тимәк, Ришат ҡыуып еткәнсе, ул ихатаға үткән һәм эт янында. Йә, Хоҙай... –Аҡбай, һин бит аҡыллы, әйҙә, беҙгә барайыҡ... Беҙҙә йылы... – эргәһендә сүгәләп ултырған ҡатынға Аҡбай вайымһыҙ ғына ҡарап ала. Эттең мороно һыуыҡта тын алыуҙан ҡарлы бәҫ менән ҡапланғайны. Миләүшә яй ғына ҡулын эткә табан һуҙҙы, уның башын, ҡолаҡтары араһын һыйпаны. Аҡбай күҙҙәрен йомғолай башланы, ул тын алыуҙан туҡтап-туҡтап алған кеүек. Шунан ул, башын күтәреп, Миләүшәнең күҙҙәренә ҡарап алды. Эт тынысланған һымаҡ ине. Ришат уларға табан ынтылғас, күрше бабай уны туҡтатты: – Көтөп тор, этте ҡурҡытырһың... Башҡалар ҙа, тын да алмайынса тиерлек, шым ғына тора. Миләүшә эттең муйынындағы сипте ысҡындыра башланы. Бармаҡтары бик тыңламай, туң тимергә йәбешә, ләкин ул эт менән яғымлы һөйләшеүен дауам итте: – Беҙгә барайыҡ, Аҡбай, бында туңырһың бит. Сипте ысҡындырғас, эт яйлап ҡына уның артынан атланы. Ҡапҡаға еткәс, ҡапыл туҡтап, ояһына, хужаларының өйөнә табан боролоп ҡараны. Әйтерһең дә, уларҙы иҫендә ҡалдырырға теләй. Шунан тағы Миләүшәгә күтәрелеп ҡараны, күҙҙәрендә ысынлап та йәш ине. Ришаттарҙың өйөнә килгәс тә, кис буйы Аҡбай өсөн оя эшләнеләр, хатта күршеләр ҙә ярҙам итте. Ә эт, күпме генә саҡырһалар ҙа, йортҡа инмәне, иҫке толопҡа төрөлгән килеш, күтәрмәлә ятты һәм кешеләрҙең бысҡы-балта менән мәш килгәнен күҙәтте. Нимә уйлағандыр шул мәлдә – әҙәми заттар өсөн билдәһеҙ. Төн уртаһына табан күтәрмә алдындағы лампа яҡтыһында оя әҙер ине инде. Иҙәненә бесән түшәнеләр, ишегенән ел өрмәһен өсөн септәнән шаршау ҡаҡтылар. – Аҡбай, әйҙә, ҡабул итеп ал ояңды! – тине Илшат. Эт, ул әйткәнде аңлаған кеүек, ояға табан килде, тирә-яғын еҫкәп сыҡты. Шунан, септәне башы менән ҡайтарып, оя эсенә инеп юғалды. Бер нисә секундтан ул башын сығарҙы һәм өрөп ҡуйҙы. “Һәйбәт, йәшәргә була”, тигәнде аңлата ине был. Барыһы ла көлөп ебәрҙе. Был ҡышта бала-саға уйнарға сыҡһа, мотлаҡ Аҡбайҙы ла алалар ине. Уны сипкә бәйләмәнеләр ҙә. Эт берәүгә лә ырылдамай, һәр бала уның өсөн дуҫ һымаҡ. Уйнарға ла әүәҫ, тау шыуғанда бәләкәй балалар үргә табан уның муйынына тотоноп менә. Аҡбай уларҙы ихласлап өҫкә табан һөйрәй. Әхмәтовтарҙың элекке йорто янынан үткәндә, туҡтай биреберәк, ҡарап тора, Илшат менән Илдус уны ҡабаландырмайҙар. Шунан тағы балалар артынан эйәрә. Тиҙҙән ошо йортто кемдәрҙер һатып алды. Уның ҡапҡаһы алдында һәм ихатаһында кешеләр ҡайнашыуын күреп, Аҡбай, ҡойроҡтарын болғап, өрә-өрә шунда табан ашыҡты. Барып етмәҫ борон туҡтаны, ят кешеләргә бер аҙ ҡарап торҙо, шунан, башын аҫҡа эйеп, кире боролдо. Был көндө ул ояһынан сыҡманы. Ваҡыт бөтә нәмәне дауалай. Кешелә генә түгел, эттәрҙә лә. Бер тәүлектән һуң Аҡбай, Илшаттың сираттағы саҡырыуына, оянан сығып ашап алды һәм улар менән бергә тау шыуған яҡҡа ыңғайланы. Хәҙер ул элекке хужаларының йортона табан боролоп ҡарамай ине. Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.