Найти тему
Башҡортостан гәзите

Туристар йыл әйләнәһенә киләсәк

Хәйбулла районында эске һәм тышҡы туризм үҫешен район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә тикшерҙеләр. Бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Туризм өлкәһендәге яңы проекттың инициаторҙары – шәхси эшҡыуар Юлдаш Бохарбаев һәм “Матрица” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Туғыҙбаев. Тиҙ ҡоролоусан тирмә һатып алыу һәм ҡуйыу буйынса проект 2023 йылдың майында ҡаралды. Уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Аҡъяр ауылы биләмәһендә башҡорт этнойорто стилендә биҙәлгән ике тирмә һәм модулле ҡунаҡ йорттары ҡуйылды. Унда һәр теләгән кеше ял итеп кенә ҡалмай, ә башҡорт мәҙәниәте менән дә таныша ала. Ошо уҡ йылда “Башҡорт ауылы” этно-йорто” проекты менән эшҡыуар туристик индустрия булдырыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының конкурс һайлап алыуында грант отто. Осрашыуҙа Юлдаш Бохарбаев эшмәкәрлеген киңәйтеү пландары хаҡында һөйләне, ләкин бының өсөн Хәйбулла районы биләмәһендә ер участкаһы кәрәк. Әңгәмә барышында комиссия эшҡыуарға туристарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итеү өсөн тиҙ ҡоролоусы тирмәләр урынлаштырыуға бер нисә ер участкаһы тәҡдим итте. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте.