Ағиҙел ҡалаһында иң яҡшы Яңы йыл шыршыһына “Шыршы фантазиялары” конкурсы башланды. Конкурс "Мәҙәниәт" милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелә. Ул Яңы йыл байрамдары алдынан байрам мөхитен булдырыу, ҡала халҡының ижади башланғыстарын әүҙемләштереү маҡсатында ойошторолған. Конкурс саралары халыҡтың ижади фантазияһын һәм үҙешмәкәр ижадын үҫтереүгә, балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе берлектәге ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеүгә, Рәсәй милли байрам мәҙәниәте традицияларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға булышлыҡ итәсәк. Матур һәм ғәҙәти булмаған шыршылар “Ағиҙел тулҡындары” паркында ҡала халҡын ҡыуандырасаҡ. Еңеүселәр аҡсалата приздар, дипломдар һәм бүләктәр аласаҡ. "Байрамдың төп символы – Яңы йыл шыршылары республика ҡалаларына һәм райондарына килә башланы. Тимәк, беҙгә лә Яңы йыл мөхитен булдырырға ваҡыт! Агиҙелдәрҙе иң яҡшы Яңы йыл шыршыһы конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Шыршыны биҙәү йолаһы беҙгә күптән килде. Яңы йылға тирә-яҡты, шыршыны байрамса биҙәгеҙ йәки үҙ ҡулығыҙ менән матурлыҡ булдырығыҙ.