Ҡалтасы районының Ҡалтасы ауылында ирекмәндәр "Мәғариф” милли проектының "Социаль әүҙемлек" проекты сиктәрендә тыл эшсәндәренә, яңғыҙ ололарға, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә ҡар таҙартыуҙа ярҙам күрһәтә. Күп итеп яуған ҡар коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә генә түгел, район халҡына ла байтаҡ мәшәҡәттәр килтерә. Айырыуса ололарға ауырға тура килә. Бөтәһе лә үҙ ихаталарын һәм урамға сығыу юлдарын таҙарта алмай. Быйыл ҡар айырыуса күп. Һауа температураһының ныҡ үҙгәреүе сәбәпле тағы ла ҙурыраҡ ҡыйынлыҡтар тыуа: епшек ҡар күтәрә алмаҫлыҡ була башланы. “Бындай акцияла беренсе йыл ғына ҡатнашмайым. Беҙ ололарға ни тиклем ауыр тура килеүен аңлайбыҙ, шуға күрә уларға ҙур теләк менән ярҙамға киләбеҙ. Көсөбөҙҙән килгәнсе ярҙам күрһәтеп, беҙ үҙебеҙ ҙә изге эш башҡарыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ алабыҙ”, - тип билдәләне ирекмән Дарья Чулкова. Ҡалтасы районында ирекмәндәр хәрәкәте алыҫ 1993 йылда уҡ барлыҡҡа килә. Ә "Бергә" республика йәмәғәт хәрәкәтенең ирекмәндәр бүлеге 2020 й