Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Эшҡыуарҙарға бушлай консультация ойошторолдо

Башҡортостан Республикаһындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә «Бизнесҡа хоҡуҡ» лекторийы» проекты сиктәрендә бизнес өсөн бушлай консультациялар серияһы дауам итә. БР Үҫеш корпорацияһы директорының инвесторҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары Адель Макарова эшҡыуарҙарға «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса документтар менән ярҙам итеү һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында дәүләт ярҙамы сараларын алыу мәсьәләләре буйынса консультация бирҙе. Консультацияларға килгән эшҡыуарҙарҙы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкалары алыу мәсьәләләре, инвестиция проекттарын оҙатып барыу алгоритмы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһы булышлығында бизнес-проекттарҙы үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ҡыҙыҡһындырҙы. Эксперт барлыҡ һорауҙарға ентекле яуап бирҙе, ҡатнашыусыларға ер алыу механизмдарын аңлатты, ярҙам формалары һәм улар менән нисек файҙаланырға мөмкин булыуы хаҡында һөйләне, төҙөлөш өлкәһендәге ҡануниәт мәсьәләләрен аңлат

Башҡортостан Республикаһындағы Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә «Бизнесҡа хоҡуҡ» лекторийы» проекты сиктәрендә бизнес өсөн бушлай консультациялар серияһы дауам итә. БР Үҫеш корпорацияһы директорының инвесторҙар менән эшләү буйынса урынбаҫары Адель Макарова эшҡыуарҙарға «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса документтар менән ярҙам итеү һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында дәүләт ярҙамы сараларын алыу мәсьәләләре буйынса консультация бирҙе. Консультацияларға килгән эшҡыуарҙарҙы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн ер участкалары алыу мәсьәләләре, инвестиция проекттарын оҙатып барыу алгоритмы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһы булышлығында бизнес-проекттарҙы үҫтереү өсөн мөмкинлектәр ҡыҙыҡһындырҙы. Эксперт барлыҡ һорауҙарға ентекле яуап бирҙе, ҡатнашыусыларға ер алыу механизмдарын аңлатты, ярҙам формалары һәм улар менән нисек файҙаланырға мөмкин булыуы хаҡында һөйләне, төҙөлөш өлкәһендәге ҡануниәт мәсьәләләрен аңлатты. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22419/