Шәхси һаҡланыу саралары тегеү өсөн яңы тегеү комплексын төҙөү буйынса инвестиция проектын тәҡдим итеүсе «Дельта» компанияһы Бишбүләк районында проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн сауҙа үткәрмәйенсә ер участкаһын ҡуртымға алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Бынан алда проект «Инвестиция сәғәте» ултырышында тәҡдим ителде һәм Төбәктең өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелде. Ә был ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ алыу мөмкинлеген бирә. «Дельта» компанияһының инвестиция проекты Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы һәм республиканың Үҫеш корпорацияһы менән берлектә тормошҡа ашырыла. Инвесторҙы оҙатып йөрөү сиктәрендә Үҫеш корпорацияһы белгестәре производствоны урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһының уны планлаштырылған файҙаланыуға тап килеү-килмәүенә ентекле анализ яһаны. Шулай уҡ инвесторға ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ ҡуртымға алыу мөмкинлеге биреү маҡсатында проектты шәхси инвестиция программаһына индереү өсөн документтар әҙерләне. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22424/