Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Сит ил кешеләренә патент хаҡы билдәләнде

Башҡортостанда 2024 йылда сит ил хеҙмәткәрҙәре өсөн патенттың хаҡы бер айға 5,4 мең һум тәшкил итә (2023 йыл менән сағыштырғанда үҫеш - 14,9%). Бындай күләм хеҙмәт баҙарының төбәк үҙенсәлектәрен сағылдырыусы яңы 1,875 коэффициентынан сығып билдәләнде. Патент яҡын сит илдәрҙән Рәсәйгә килгән сит ил гражданына йәки гражданлығы булмаған кешегә физик йәки юридик шәхескә эшкә урынлашыу хоҡуғын бирә. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт мигранты Рәсәйҙең патент бирелгән субъектында ғына эшләй ала. Шуны билдәләп үтәйек: 2014 йылдан 2023 йылдың 30 октябренә тиклем Башҡортостан Республикаһында 223,4 мең патент рәсмиләштерелгән. Пандемия осоронда был күрһәткес 10,1 мең патент кимәлендә булған. 2022 йылда патенттар 17,3 мең сит ил хеҙмәткәренә рәсмиләштерелгән, был 2021 йылғы кимәлдән 6,5 процентҡа түбәнерәк. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/22425/