Награда хоҡуҡи дәүләт төҙөү, закон үтәлеше, кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, юридик фән үҫешен үҫтереү йәһәтенән яҡшыларҙы билдәләү йәһәтенән тапшырыла килә. Был мәртәбәле сараның быйылғы тантанаһында Рәсәй юристары ассоциацияһы Рәйесе, РФ Дәүләт Думаһының комитет рәйесе Павел Крашенинников та килде. Ул үҙ сиратында наградалар тапшырып үтте. Шулай уҡ бүләкләнеүселәр һәм ҡунаҡтар алдында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры, ошо награданы булдырыу башында торған шәхестәрҙең береһе Андрей Назаров та сығыш яһаны. - Һеҙҙе етеп килгән юристар көнө менән ҡотлайым. Беҙ бынан ун өс йыл элек һалған традициялар әле лә уңышлы дауам итеүенә шатмын. Ассоциацияла быуындар алмашынып тора, ә яҡшы традиция дауам итә. Ваҡытында был тарихты Ассоциацияның тәүге рәйесе Радий Фәрит улы Хәбиров башлағайны. Аҙаҡ тағы хөрмәтле шәхестәр булды, улар эште дауам итте. Бына хәҙер Ирина Александровна Панькина, Ассоциацияның урындағы бүлексәһе рәйесе булараҡ юрист һөнәрен популярлаштырыуҙы дауам итә, - тип белдерҙе ул