Еңел һәм намыҫһыҙ юл менән байырға теләүселәр көндән-көн яңы алымдар уйлап таба, ныҡышмалыраҡ була бара. Мутлашыусыларҙың төрлө юлдар менән халыҡтың башын ҡаңғыртып, булған йыйым аҡсаһынан яҙҙырыуҙары, ул ғына ла түгел, үҙ исеменә кредит алдырыуҙары һәм башҡа хәтәр эштәр ҡылдырыуҙары тураһында көнө-төнө мәғлүмәт уҡып ултырған мин дә уларҙың тоҙағына эләгә яҙҙым. Ғәҙәттә, ят номерҙы алмайым. Телефон да уларҙы танып, спам икәнлеген күрһәтә. Бер көндө сит номерҙан бер нисә тапҡыр шылтыраттылар, әммә спам тип сыҡманы. Нисәнселер тапҡыр шылтыратҡандан һуң, бәлки, берәй яҡыным номерын алмаштырғандыр, уға ярҙам кәрәктер, ә бәлки, поликлиниканандыр һ.б. тип уйлап алырға булдым. Бик итәғәтле егет кеше үҙен пенсия фондынанмын тип таныштырҙы. Халыҡтың геүләгәне ишетелә, ысынлап та шунандыр тип, уны бүлдермәнем. “Һеҙ пенсионерҙар өсөн тәғәйенләнгән президент түләүҙәрен алдығыҙмы әле?” тип һорай был. Тимәк, аферист, тип уйлап көлөмһөрәнем дә: “Мин әле пенсияла түгелмен шул”, тип яуапланым. Теге яҡт