Көйөргәҙе районында күп балалы ғаиләләргә төрлө яҡтан даими ярҙам күрһәтелеп тора. Шул иҫәптән торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса дәүләт программаларын үтәү буйынса ла ҙур эштәр башҡарыла. Был эштәр шулай уҡ “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (“Жилье и городская среда”) милли проекты буйынса Владимир Путиндың “Май указдарына” ярашлы ла үтәлә. Күптән түгел йәнә бер ғаилә яңы йортло булыу бәхете кисерҙе районда. “Бала бағыу – ҙур ҡыуаныс, ә ғаиләлә бер нисә бала үҫһә – бигерәк тә ҙур бәхет. Шул уҡ ваҡытта был бөйөк эш яуаплылыҡ та, тырышлыҡ та талап итә. Күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы мөһим һәм мотлаҡ булырға тейеш!” – тип билдәләп үтте ғаилә яңы нигеҙҙәре менән ҡотлаған мәлдә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Данил Акилов. Әйткәндәй, күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүҙә биш һәм унан да күберәк балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр айырым программа буйынса иҫәптә тотола. Был дәүләт ярҙамы БР Министрҙар кабинетының 2002 йылдың 11 мартында сыҡҡан Ҡарарына ярашл