Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Мине ул апайҙар менән ағайҙар туҡманы…"

Бер нисә көн элек Калуга өлкәһендә булып үткән хәл күптәрҙе аптыратты һәм тетрәндерҙе. Аҡса таптырып кешене үтек менән бешергән, кеше урлап аҡса талап иткән үткән быуаттың туҡһанынсы йыл бандиттары тарихта ҡалды тигән ышаныс менән йөрөгәндә йәнә лә ҡот осҡос, уйландырырлыҡ ваҡиғалар теркәлеп тора. Был юлы хатта баланы урлағандар. Һигеҙ йәшлек Злата көпә-көндөҙ мәктәптән ҡайтып килгән була һәм өйөнә еттем генә тигәндә, уның ҡаршыһына ҡатын килеп сыға ла: “Һине бер кем дә яратмай, һин башҡаса әсәйеңде күрмәйәсәкһең, һин беҙҙең менән китәһең”, - тип ҡурҡытып һөйрәкләй башлай. Шул саҡ ҡатынға тағы өс енәйәтсе ир ярҙамға килә. Ҡото осҡан ҡыҙҙы машинаға ултыртып алып китәләр. Артабан енәйәтселәр ҡыҙҙың әсәһенә шылтыратып, криптовалюта менән 1,5 миллион һум аҡса күсереүен талап итә һәм полицияға мөрәжәғәт итмәҫкә ҡуша. Шулай ҙа әсә кеше юғалып ҡалмай һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына шылтырата. Һөҙөмтәлә полиция енәйәтселәрҙе эҙләй башлай, аҙаҡ эҙҙәренә лә төшә. Был эшкә урындағы ирекмәндәр ҙә ҡушыла, интернетта мөрәжәғәттәр, ҡыҙҙы эҙләү тураһында мәғлүмәт таратыла. Һөҙөмтәлә, полиция фекеренсә, күрәһең, йәмәғәт араһында ҙур резонанс тыуыуынан ҡурҡып, енәйәтселәр ҡыҙҙы өйөнән утыҙ километрлыҡ алыҫлыҡта оло юлда ҡаты һыуыҡта машинанан төшөрөп ҡалдыралар. Бәхеткә күрә, ҡыҙ юғалып ҡалмай, яҡын ауылға ярҙам һорап килә. Ярай әле юлында йыртҡыстар ҙа осрамай. Әлеге көндә ҡыҙ өйөндә, ә енәйәтселәр тотолған. Әйткәндәй, ул өс ир һәм бер ҡатын бер-береһенә туған булып сыҡҡан. Ҡыҙ банда хаҡында һөйләгәндә: “Мине ул кешеләр тиҙ генә машинала алып китте һәм ҡысҡыра башлаһам туҡманы”, - тип белдергән. Был хәл ата-әсәләрҙе уйландырмай ҡалмайҙыр, балаларыбыҙҙы күҙ ҡараһылай һаҡлау тураһында йәнә бер ҡат иҫкә төшөрә буғай. Фото Рф Эске эштәр министрлығының Калуга өлкәһе буйынса идаралығы рәсми сығанаҡтарынан һәм видеонан скриншот ярҙамында алынды.