Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һөйөү менән үрелгән селтәр һеҙҙе һаҡлаһын!

Көйөргәҙе районының Аҡһары ауылы мәктәбе уҡытыусылары һәм Бахмут ауылының әүҙем халҡы маскировкалау селтәрҙәрен үреүгә үҙ теләктәре менән тотондо, тип яҙа “Куюргаза” гәзите. Улар теләгән һәр кемде дөрөҫ үреү серҙәренә өйрәтә ала, ябай ғына тойолған эштең дә үҙ серҙәре, нескәлектәре бар. Ҡатын-ҡыҙҙар селтәрҙәрҙең тиҙерәк алғы һыҙыҡтағы егеттәргә барып етеүен теләй. Эш барышында һалдаттар өсөн доғалар уҡыла, теләктәр теләнә. “Селтәрҙәрҙе һөйөү менән, йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып үрәбеҙ, уларҙың яугирҙәребеҙҙе бәлә-ҡазанан ышаныслы ҡалҡан кеүек һаҡлауына өмөтләнәбеҙ”, – ти яҡташтары. Мөһим эште башҡарыуға дәррәү ҡушылған ауылдаштарға уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ. Яңы йыл имен килһен, һаулыҡ, бәхет насип итһен! Фото: https://vk.com/kuyurgaza