Күмертау ҡала дауаханаһына, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, ультратауыш диагностика аппараты алынды. Ике йыл эш дәүерендә яңы ҡорамалда 30 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән. Ультратауыш диагностикаһы донъяла утыҙ йылдан ашыу ҡулланыла. Был ысул ныҡ таралған, сөнки ул хәүефһеҙ, төрлө йәштәге кешеләргә медицина тикшереүе үткәреү мөмкин. Заманса ҡорамалды ҡулланыу даирәһе киң. Уның ярҙамында акушерлыҡ, гинекология, абдоминаль, маммология, урология һәм кардиология тикшереүҙәре үткәрергә мөмкин. Ул файҙаланыуҙа ябай, тикшереүҙәрҙе тиҙ башҡарырға ярҙам итә. –Был заманса техника табипҡа реаль ваҡытта күләмле сканерлауҙы үткәрергә булышлыҡ итә, мәҫәлән, уның ярҙамында ҡарындағы тыуасаҡ сабыйҙың хәрәкәтен күҙәтергә мөмкин,– тине ультратауыш диагностикаһы табибы Анна Никитина. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың торм