Бөгөн Баймаҡ районында ҡот осҡос хәл теркәлгән - ике ҡатын мазут соҡорона ҡолап төшкән. Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, автомобилдә өс ҡатын өйөнә ҡайтып барғанда ташландыҡ ҡаҙанлыҡ биләмәһен ҡарарға булған. Иртәнге эңерҙә улар мазут һарҡымлы соҡорҙарҙы күрмәгән, ике ҡатын унда 2,5 метр бейеклектән ҡолаған. Өсөнсөһө ашығыс рәүештә 112 хеҙмәтенә шылтыратҡан. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килеп еткән һәм бәләгә тарыусыларҙың береһен табиптарға тапшырған. Береһе ныҡ өшөнгән, икенсеһе ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Ҡаза һорап килмәй шул, һаҡ булығыҙ! Фото: "Башинформ"