Инжир витаминдарға һәм минералдарға ныҡ бай (калий, кальций, магний, фосфор, А, С, В төркөмө витаминдары һ.б.). Инжирҙы икенсе аспирин тип атайҙар, уның составында ҡандың составын көйләп, уға ҡуйырырға ирек бирмәй торған эфир майҙары бар.Инжир баш мейеһенең эшен дә яҡшырта,температура юғары булғанда, ангина, бронхит, организм хәлһеҙләнһә, арыһа ярҙам итә.Бер ай дауамында һәр көн берәр инжир ашаһағыҙ, дарыу нимә икәнен дә оноторһоғоҙ. Дауаланыу курсын бер айҙан ҡабатлағыҙ.Температура юғары булғанда, ангина, бронхит ваҡытында бер аш ҡалағы ваҡлап туралған инжирға ике стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ун минут һүрән утта ҡайнаталар. Һөҙөп алып, көнөнә дүрт тапҡыр эсәләр. Хәлһеҙлек, арығанлыҡ һиҙелгәндә бер стакан йылы һөткә инжир һалып эсегеҙ.Бутерброд урынына инжирҙан яһалған салат ашаһағыҙ, асыҡмаҫһығыҙ, йөрәгегеҙ ҙә яҡшы эшләр.Салат өсөн 300 грамм инжир, 150 грамм ҡара емеш, 2,5 аш ҡалағы миндаль, бер стакан кефир, бер әфлисун ҡабығы кәрәк була.Инжир менән ҡара емеште, сәтләүекте ваҡлап турайб