Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итеүенсә, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 2-се гимназияның тарих уҡытыусыһы Лидия Селиверстова “Атомный урок Х Ледокол знаний” педагогик конкурста еңеүгә өлгәшкән. Ошо еңеүгә бәйле Лидия Селиверстова иң яҡшы уҡыусыларының береһе менән 2024 йылда Төньяҡ ҡотопҡа атом боҙватҡысында ғилми-мәғрифәтселек экспедицияһына юлланасаҡ. – Лидия Вадим ҡыҙы, конкурста еңеүегеҙ менән ихлас күңәлдән ҡотлайым! Киләсәктә лә алға барыуығыҙҙы, төрлө үрҙәрҙе яулауығыҙҙы, яҡшы һәм ҡыҙыҡһыныусан уҡыусылар теләйем. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! – тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Илдар Мәүлетбирҙин. Фото авторы: Лиана Хужәхмәтова.